Фажиғә булыр көндө Луиза тормош иптәше һәм балалары менән автомобилдәрендә Учалынан Өргөн ауылында йәшәгән ата-әсәһе янына барырға сығалар. Ара алыҫ та түгел, әммә ғаилә ҡаланы сығып алыҫ та китмәй бәләгә тарый. Автомобилдәре “Датсун Ондо” менән бәрелешә. Алынған йәрәхәттәрҙән Луиза ашығыс ярҙам килгәнгә тиклем һәләк була.
Юл-транспорт ваҡиғаһы булған участканы учалылар күптән хәүефле тип билдәләй, авариялар бында тәүгә түгел, һәләк булыусылар ҙа бар. Боролош артыҡ киҫкен булмаһа ла, аварияға эләгеү хәүефе юғары. Яҡтылыҡ булмау һәм ғәмәлдәге тиҙлектең сикләнеүе, шулай уҡ ҡатмарлы һауа шарттары менән бергә был йыш ҡына ҡаршы һыҙатҡа сығыуға килтерә.
33 йәшлек Луизаны Учалыла белмәгән кешеләр һирәктер, ҡатын ғаиләһе менән Учалы ҡалаһында йәшәгән. Матурлыҡ индустрияһында, сәс буйынса оҫта булып эшләй. Күптән түгел үҙҙәре төҙөгән йортҡа күсенәләр, өй туйлайҙар.
Күп балалы әсәнең ғаиләһе Луизаның юҡлығына һаман ышана алмай. Таныштары һөйләүенсә, ата-әсәләренә бер нисә тапҡыр ашығыс ярҙам саҡырылған.
– Тәүҙә ҡәйнәһе тынысландырыусы дарыуҙар менән генә йөрөнө, аңһыҙ хәлдә ине. Бәләкәй ҡыҙына дөрөҫтө әйтмәгәндәр, әсәһе алыҫҡа китте тигәндәр, уға әле дүрт йәш кенә. Улдарына 14 һәм 10 йәш. Ерләүҙә уларға бик ауыр була, әсәйҙәренән айырылмайҙар. Ә ире һөйләшә лә алмай, – ти күп балалы әсәйҙең дуҫы.
Луизаны 8 февралдә ата-әсәһенең тыуған ауылы Өргәндә ерләнеләр. Ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "КП-Өфө".