Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Яңы каверҙы беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Был йыр Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған, әммә Афған һуғышы яугирҙәре лә ауыҙ тултырып йырларға хаҡлылыр! Аллаһ бойорһон, уларға яҡын арала МХО һалдаттары ла ҡушылһын! “Еңеүҙәрҙе яулап алған көндәр онотолмаҫтар ғүмер-ғүмергә”, -тип...
“ҠАЙЫНДАР ШАУЛАЙ”
Рөстәм Яхин көйө
Мостафа Ноғоман шиғыры
Ал нурҙарга төрөнөп, ҡояш байый,
Үткән юлдар килә күңелгә.
Еңеүҙәрҙе яулап алған көндәр
Онотолмаҫтар ғүмер-ғүмергә.
Зәңгәр томандарға күмелеп ҡалды
Беҙ походтар кискән ул саҡтар.
Күптән һүнде Дунай буйҙарында
Беҙ ҡабыҙған осҡон усаҡтар.
Юғалтыуҙар алып килде һуғыш,
Күпме дуҫтар ҡайтмай ҡалдылар.
Шул дуҫтарҙың йоҡоларын һаҡлап,
Аҡ ҡайындар моңһоу шаулайҙар.
Таралыштыҡ илдең ҡырҙарына, —
Осрашырбыҙ микән беҙ тағын?
Һағынам һеҙҙе — еңеү юлдарынан
Бергә үткән, һалдат дуҫтарым!