Үткән йома Башҡортостаныбыҙҙағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылына планлаштырылған бихисап сараларға старт бирелде. Ике ҙур өлөштән торҙо был сара.
“Күмәкләгәндә – беҙ көс!” девизы аҫтында филармонияның спорт залында ғаилә ярыштары уҙғарылды. Ҡурайҙың 7 тажы кеүек ете ғаилә (Киловтар, Ситдиҡовтар, Зариповтар, Нуритдиновтар, Джантериковтар, Ғәзизовтар, Ситдиҡов-Юнысовтар) сослоҡҡа, таһыллыҡҡа, иң мөһиме – берҙәмлеккә көс һынаштылар. Көс һынашыу тиеү ҙә дөрөҫ түгел инде, сөнки бар маҡсат – еңеү түгел, ә татыу команда булып сығыш яһау, балаларҙы хеҙмәттәшлеккә өйрәтеү, сәләмәт йәшәйешкә ылыҡтырыу ( ә теүәл йыйылған мәрәйҙәр буйынса – Киловтарға тиң табылманы). Шуға ла, ҡатнашырға ижтиһад иткән һәр ғаилә татлы приздар, грамоталар һәм сертификаттар менән хупланды.
Ярыштар эстафета рәүешендә күңелле ойошторолғайны – таяҡса, туп тотоп (йә уйнатып) йүгереү, скакалканан һикереү, хатта, ниндәйҙер алпамышаның алпауыттай быймаһын хәтерләткән аяҡ кейемен кейеп шыуыу. Бик күңелле булды.
Джантериковтар ғаиләһе менән яҡынданыраҡ танышабыҙ. Данил менән Лиләнең өйләнешеүҙәренә 12 йыл, Учалы ауылында йәшәйҙәр, икеһе лә сауҙа өлкәһендә хеҙмәт итәләр. Бәләкәй Давид әлегә көйәрмәнлек ҡылыу менән сикләнһә, 3-сө синыфтағы Алиса сәмләнеп һәм бирелеп ярышты. Баҡһаң, Гагарин кубогына ярыштарҙа Башҡорт гимназияһында тиңдәштәре араһында беренсе урын яулап, муниципаль кимәлгә сыҡҡан икән. Был хаҡта уҡыусыһына булышлыҡ итеү өсөн ярыштарға килгән мөғәллимә Тәнзилә Кирәйева хәбәр итте, “Бик алсаҡ, зирәк бала, ҡалған фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшә”, - тип тә өҫтәне. Был ғына етмәгән, ихлас сәнғәт мәктәбендә лә шөғөлләнә. Аңлашыла, бала үҙенә һалынған потенциалды аса алһын өсөн, фәҡәт Джантериковтарҙағы һымаҡ йылы ғаилә мөхите талап ителә!
“Беҙҙең татыу ғаилә. Нәҡ шул исем аҫтында шул уҡ көн филармония сәхнәһендә ижади конкурс үтте. Бында иһә “бишле” билдәһе күҙ алдына килә: Ефимовтар, Хафизовтар, Мәҙйәровтар, Мөхәмәтҡужиндар, Курочкиндар - бишеһенә лә “биш” ҡуйырлыҡ. Тамаша алдынан фойела ғаиләләрҙең ҡул эштәренә, аш-һыуына, ҡаҙаныштарын һүрәтләгән мәғлүмәттәр күргәҙмәһенә ҡарап һоҡландыҡ. ...Һәм һеләгәй ағыҙҙыҡ тиергә лә мөмкин – Аҡҡужа ауылынан килгән Хафизовтарҙың өҫтәлендә ниндәй генә милли ризыҡтар юҡ ине!
Фестиваль үҙе ике өлөштән торҙо – “визитка” (ғаилә менән таныштырыу) һәм ижади номер. Ни әйтәң инде – һәр ғаилә үҙенсә һөйкөмлө, үҙенсә шәп. Бер генә сығыш та алҡыштарһыҙ ҡалманы. Еңеүселәр ҙә билдәләнмәне, тамашасыларҙы шатландырған һәр ғаиләгә приздар тапшырылды.
Бына, әйтәйек, Эльвира Харисова, Ураҙ балалар баҡсаһы хеҙмәткәре тураһында “Яйыҡ”та элегерәк яҙғайныҡ: "Туған телем - халҡымдың бай хазинаһы" республика конкурсында уңышлы сығыш яһауҙары тураһында. Мөхәмәтҡужиндарға әҙерләнергә тап ул булышлыҡ иткән икән, “Улар кеүек “Урал эпосын” бөтәһе лә белгән ғаилә бармы икән тағы?!” – тип билдәләне ул ғорурлыҡ менән. Эйе, балаҡайҙарҙың ҡурай тартыуҙарын, тыпырҙатып бейеүҙәрен, хатта, 3 йәшлек кенә Гөлизәнең етди ҡиәфәттә телмәр тотоуын, ”Собханаллаһ! Күҙ теймәһен!”-тип һөйөнөп күҙәттек.
Курочкиндар ғаиләһе лә айырыуса сағыу тамаша ҡорҙо. Башта ғаилә башлығы балалайка уйнап, егеттәрсә дәртле итеп рус халыҡ бейеүен башҡарһа, оҙаҡламай хужабикә башҡортса тыпырҙатып ҡушылды. Ҡалған балалары – кем руса, кем башҡортса бейей, айырыуса номерҙың аҙағында һомғол буйлы кейәүҙәре кескәй генә улы Давид менән башҡорт кейемендә сығып бейеүҙәре кәйефтәрҙе күтәрҙе. Номерҙың аҙағында Курочкин-Ҡотоевтар ҡулға-ҡул тотоноп әйлән-бәйләнде бейенеләр. Илебеҙҙең рәсми булмаған гимнына әйләнеп килгән “Матушка Земля” йыры аҫтында.
Барыһына ла афарин! Берҙән-бер һығымта яһайһың бындай сараларҙан һуң: беҙҙең барыбыҙҙың да көс кенә түгел, бар тормош йәме лә фәҡәт татыулыҡта һәм берҙәмлектә! Ил масштабында ла, һәр ғаилә йә коллектив кимәлендә лә. Берҙәм булайыҡ, татыу булайыҡ!