Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
18 Февраль , 05:00

Ҡатынды ҡар баҫып үлтергән

Фажиғә Ҡалтасы районында теркәлгән.

Ҡатынды ҡар баҫып үлтергәнҠатынды ҡар баҫып үлтергән
Ҡатынды ҡар баҫып үлтергән

71 йәшлек ҡатын ишек алдын ҡарҙан таҙартып йөрөгәнендә ҡыйыҡ башынан ҡар массаһы ишелеп төшә. Өлкән кеше ҡар өйөмө аҫтында ҡалып һәләк була.   

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин температураның тотороҡһоҙ булыуы сәбәпле халыҡты ҡыйыҡтарҙан ҡар төшөү һәм боҙлауыҡ хәүефе хаҡында иҫкәртте. Әйткәндәй, һуңғы ике көндә ошоға бәйле бер нисә осраҡ булған, уларҙың береһе фажиғә менән тамамлана. Ҡалтасы районында ҡар шулай уҡ торлаҡ йорттоң ҡыйығын емереп төшөрөүе тураһында ла хәбәр ителә.

Фото: "Моя Уфа" телеграм-каналы. 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас