

Дүртөйлөрайоны дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре иҫерек 49 йәшлек мәктәп автобусы водителен ҡулға алды. Был хәл 17 февралдә кискеһен Дүртөйлө-Нефтекама автомобиль юлында булған. Юл-патруль хеҙмәте юлда «Пежо боксер» маркалы транспорт сараһын туҡтата. Автобуста Өфөнән Ижевскиға баскетбол ярыштарына китеп барған 12 бәлиғ булмаған пассажир була. Тикшереү барышында инспекторҙар водителдең сәйер ҡылығына иғтибар итә. Медицина тикшереүенән һуң прибор һулаған һауала 0,210 мг/л алкоголь парҙары булыуын теркәгән.
“49 йәшлек мәктәп автобусы водителе идара итеүҙән ситләтелде, иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара иткән өсөн административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөлдө. Автобус
махсус туҡталҡаға ҡуйылған. Балаларға резерв автобус бирелгән", - тип хәбәр итә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы матбуғат хеҙмәте. Ведомствола билдәләүҙәренсә, водителгә иҫерек килеш автомобиль менән идара иткән өсөн яза янай. Бынан тыш, водителде мәктәп автобусы менән идара итеүгә рөхсәт биргән яуаплы вазифалы һәм юридик шәхестәргә ҡарата административ эш ҡуҙғатылған. Уларға 200 мең һумдан ашыу күләмдә ҙур штраф янай.