

Бөгөн Мәскәүҙә уҡыған студенттарға һәм аспиранттарға тәүге посылкалар ебәрелде.
Туғандары һәм яҡындары балаларын кәрәкле әйберҙәр, йорт әҙерләмәләре менән ҡыуандырыу мөмкинлегенән файҙаланады. Посылкалар транспорт менән тәғәйенләнгән урындарға тиклем алып барыласаҡ.
"Башҡортостандан һөйөү менән" проекты Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте министрлығы булышлығында тормошҡа ашырыла. Тулыраҡ мәғлүмәтте 6-14-35 телефоны (йәштәр сәйәсәте буйынса комитет) буйынса алырға мөмкин.