Яйыҡ
-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль , 13:50

Башҡортса сәптәргә аттылар.

Миндәктә уғатарҙар турниры үткәрелде. Наурыҙҙан билдәле уҡсылар Нилә һәм Юнир Исламовтар ойошторған был сара Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышлана. Тик улай ғына ла түгел, уғатарлыҡ шөғөләндә яңы этап башланды тиерлек, сөнки тәүләп тик башҡорт сәптәре генә файҙаланыла бында.

Башҡортса сәптәргә аттылар.
Башҡортса сәптәргә аттылар.

Миндәктә уғатарҙар турниры үткәрелде. Наурыҙҙан билдәле уҡсылар Нилә һәм Юнир Исламовтар ойошторған был сара Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышлана. Тик улай ғына ла түгел, уғатарлыҡ шөғөләндә яңы этап башланды тиерлек, сөнки тәүләп тик башҡорт сәптәре генә файҙаланыла бында.
Турнирға башҡорт сәптәре авторы Фәнүр Шаһиев үҙе лә саҡырыла. Презентация үткәрә, тарихи-мәҙәни яҡтан яңылыҡты дәлилләй. Учалы һәм Белорет мәргәндәре сәптәрҙе бик тә яҡшы ҡабул итә, ярышҡа яңы һулыш индерелә.
Турнир призерҙары. Ир-ат араһында: 1-се урын – Марат Музағафаров, 2-се урын – Азамат Юнысов, 3-сө урын – Илназ Үҙәнбаев. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында: 1-се урын – Сәрүәр Махова, 2-се урын – Зөлфиә Әлибакова, 3-сө урын – Рәмзиә Ибәтуллина..
Барыһы ла турнирҙан ҡәнәғәт, башҡортса сәптәр артабан бөтә ярыштарҙа ла файҙаланыр, тигән өмәттә таралыша.
Башҡорт сәптәре тураһында район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, тарихсы һәм тыуған яҡ белгесе Фәнүр Фәнит улынан гәзит уҡыусылары өсөн ентекләберәк һөйләттек:

-Башҡортостанда 2016 йылдан алып “Мәргән уҡсы” хәрәкәте йәйелдерелде. Атышыу ғына түгел ул, уғатарлыҡ тарихын өйрәнеү, йолаларҙы тергеҙеү, талап ителгәндә – заман шарттарына яраҡлыштырыуҙы ла үҙ эсенә алған ҙур эш. Башҡа халыҡтарҙа тергеҙелә, ниңә беҙҙә милли сәптәр юҡ һуң, тигән уй башҡа килде. Шуға ла милли рухта, башҡорт ғөрөф- ғәҙәттәренә тура килтереп яңыны эшләнем. Һәр хәлдә, тарихи сығанаҡтарҙы өйрәндем, һығымталар яһаным. Сәп һыҙмаларына тотонғанда маҡсат ҡуйҙым: тарихи һәм мәҙәни яҡтан нигеҙле, ябай һәм камил, контур, силуэт, пропорциялар тәңгәлендә маҡсатҡа ярашлы һәм уғатарҙар стандарттарына тура килгән булырға тейеш. Шулай итеп ике йүнәлеш төҫмөрләнем: “Башҡорт ҡалҡаны” һәм “ИрАт”. Беренсеһе – 4 сәптән ғибәрәт, күнгә биҙәкәтәр баҫылып яһалған боронғо башҡорт ҡалҡаны рәүешендә. “ИрАт” ( ир һәм ат, һыбайлы, мифтарҙағы кентавр заты, атҡан ир төшөнсәләрен бер һүҙгә берләштергән атама) 10 төрлө сәптән тора. Сәптәр бер ҡалыптараҡ, ләкин эстәлек, мәғәнә буйынса айырылалар һәм төрлө дистанцияларға, төрлө ярыштарға тәғәйен. Минең ҡулдан яһалған һыҙмалар менән генә эш итерлек түгел, ярай ҙа Илиза Хажинаға мәрәжәғәт итергә кәңәш ишеттем, ул компьютер графикаһы алымдары менән ҡараламаларымдан электрон форматта яһаны. Дан итеп яһаны! Һөҙөмтәлә “Һыбайлы” тигән сәп республика ярыштарында йыш ҡулланыла, Алабуға ҡалаһында былтыр “Туған Батыр” Бөтә Рәсәй турнирына ла алынды. Ә “Ҡалҡан”ды үҙебеҙҙә Халыҡ-ара геология слеты үткәндә һынап ҡараныҡ. Миндәктәге ярышта Нилә Исламованың тәҡдиме менән сәптәр апробацияға, йәғни ғәмәли һынауға сығарылды. Уҡсылар оҡшатты, тик ҡатын-ҡыҙҙар “Аманат” тигән сәпкә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Нәҡ золомсоно хәтерләткән сәпкә атырға кәрәк булһа ла, яуыздың ҡулында баланы һүрәттә күреү ҙә аяныс. Эйе, икенсерәк итеп үҙгәртергә булдым. Һынау уңышлы үтте. Исламовтарға, Илиза Хажинаға, бөтә уғатарҙарға һәм көйәрмәндәргә ҙур рәхмәт! Кемгә кәрәк, беҙҙең сәптәрҙе иркен, бушлай ҡуллана ала. Автор булараҡ бер генә талабым – мотлаҡ “Башҡортса сәп” икәнен күрһәтегеҙ. Һүҙемдең аҙағында шуны әйтер инем – Башҡортостанда ла, Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары кеүек киң масштаблы ярыштар үткәрергә күптән ваҡыт!
"Урал батыр этаптары", балалар өсөн "Уғатар" һәм башҡа сәптәр линияһы эскиздары ла эшләнем, улары ҡулланыу ваҡытын көтөп ята. Берәйһе һорауы мөмкин – шул хәтлем күп сәптәр  ниңә кәрәк? Кәрәк. Әйтәйек,  "Урал батыр" ярышында 1812 йылғы "Көмбәҙ" сәбен ҡулланыуы  темаға тура  килмәйәсәк. Шул уҡ Ватан һуғышына арналған турнирҙа  "Аждаһа" сәбе урынһыҙ буласаҡ. Шуға ла йә тематик сәптәр яһар кәрәк, йә универсаль сәп булдырырға.

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас