Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль , 14:01

"Һалдаттар"

Рухи ҡомартҡыға саҡ ҡына үҙгәреш индереп, замандаштарыбыҙ тураһында йырға әйләндерергә батырсылыҡ иттек.

"Һалдаттар"
"Һалдаттар"

Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары тураһында тетрәндергес рухи ҡомартҡыға саҡ ҡына үҙгәреш индереп, замандаштарыбыҙ тураһында йырға әйләндерергә батырсылыҡ иттек.  Яһалма Зиһен башҡарыуында 23 февралгә тура килтереп ВКонтакте селтәрендә гәзитебеҙҙең төркөмөнә ҡуйырға планлаштырабыҙ.Иллюстрация өсөн Учалы рәссамы Зөфәр Ғизетдиновтың “Связь времен” картинаһынан фрагмент алынды - https://vk.com/wall490961041_990


“ҺАЛДАТТАР”.
Фәтхирахман Әхмәҙиев көйө,
Роберт Әхмәтйәнов шиғыры.

Оҙатып вокзалдар ҡаршында,
Маңлайҙан үптеләр әсәләр.
Туҙанлы юлдарҙан үттеләр.

Донъяны күрмәгән балалар
Балалар керҙеләр уттарға,
Балалар һүҙ бирҙе, туптарға.
Күптәре, төрөнөп бушлатҡа,
Ҡалдылар йыраҡта йоҡларға.

«Балалар, тороғоҙ, балалар,
Ашығыҙ һыуына табында…»
Нисә йыл тормайҙар балалар
Бахмутта һәм Херсон буйында…
Уятма, йоҡлаһын; һин, әсә,
Айҙарҙы, йылдарҙы һанап бар.
Күңелдә һаман йәш, гел бала –
Ҡайтмаған һалдаттар, һалдаттар.

Әсә ул  йоҡламай сабыйы
Юрғанын  асһа ла уяна…
Әсәләр ,йөрәге шикелле
Майҙанда  мәңгелек ут яна.
Әсәләр  йөрәге шикелле
Ут яна, уйлана, талпына.
Әсәләр хәтере шикелле
Ел йөрөй ҡурғандар артында.

 Оҙатып вокзалдар ҡаршында,
Ирендән үптеләр ҡатындар.
Туҙанлы юлдарҙан үттеләр.

Донъяға туймаған йәш ирҙәр
Йәш ирҙәр керҙеләр уттарға,

Йәш ирҙәр һүҙ бирҙе, туптарға.
Күптәре, төрөнөп бушлатҡа,
Ҡалдылар йыраҡта йоҡларға.

«Батырҙар, тороғоҙ, батырҙар,
Ашығыҙ һыуына табында…»
Нисә йыл тормайҙар батырҙар
Покровта  һәм Донецк буйында…
Уятма, йоҡлаһын; һин, ана,
Айҙарҙы, йылдарҙы һанап бар.
Күңелдә мәңге йәш, гел бала –
Ҡайтмаған һалдаттар, һалдаттар.

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас