Озерный мәктәбендә Ватанды һаҡлаусылар көнө һәм Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 37 йыл тулыу айҡанлы “Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” девизы аҫтында "Афғанстан - йөрәк яраһы” тигән патриотик сара ойошторлды.
Кисәлә яугир-интернациналистар Сөнәғәт Ҡаһарманов,
Рәшит Фәйзуллин, МХО һалдаты Динар Сәлихов ҡатнашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө сәбәптәр менән бар саҡырылған ҡунаҡтар килә алманылар.
Осрашыуҙы мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Зөлфиә Рауил ҡыҙы Ғарипова юғары кимәлдә алып барҙы. Документаль кино, балаларҙың шиғырҙары йөрәктәргә үтеп күңелдәрҙе тултырҙы.
Һәр бер егеттең сығышы Афган һуғышында, МХО-ла күргәндәре, һалдаттарҙың батырлыҡтарына бәйле ваҡиғалар, тетрәндергес тә, үҫеп килгән быуын, балалар өсөн бик фәһемле лә булды. Илебеҙ тарихын үҙ ҡулдары менән яҙыусылар бит улар!
Килгән ҡунаҡтар уҡыусыларға тырышып уҡырға, ҡыйыу булырға, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа тигән кәңәштәрен еткерҙеләр. Тәртипле булырға, телефондағы теләһә ниндәй фейктарға иғтибар итмәҫкә, ышанмаҫҡа, тип өйрәттеләр.
Егеттәр яуҙа, әрмелә булған ҡыҙыҡ, ҡыҙғаныс ваҡиғалар тураһында һөйләгәндә балалар йотлоғоп тыңланылар. Ил яҙмышы, ир иңендә, тигән мәҡәлде иҫкә төшөрөп, бар егеттәргә мотлаҡ хәрби хеҙмәт үтергә кәрәк икәнлегенә баҫым яһанылар. Башҡаһынан тыш, сит ерҙә, бер яҡтан, тыуған ереңдең, туған телеңдең, милләтеңдең ысын ҡәҙеренә нығыраҡ төшөнәң, ә икенсе яҡтан – бар милләттәр тиң икәнен бар күңелең менән аңлайһың – рус, белорус, башҡорт, татар, үзбәк – кем генә булмаһындар, әрмелә “хәрби туғанлыҡ” хасил була. Һәм был туғанлыҡ мәңге һаҡлана, ти. Балалар ағайҙарына тәрән ихтирам менән ҡараһалар ҙа, үҙҙәрен иркен тотто. Йәш ветерандан:”Ҡасан кәләш алаһығыҙ?”- тип һорағастары, “Минең һуғыштан ҡайтыуымды көтөп торорҙай ҡыҙ бар икән, бөгөндән алам!” – тигән шаярыулы яуап ишетеп көлөштәләр. Көлөштәләр һәм .... йәш егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа уйға ҡалдылар.
Мәктәп директоры Раян Илдар улы Сөләймәнов хөрмәтле ҡунаҡтарҙы тәбрикләне, йылы теләктәрен еткерҙе, рәхмәт хаттары тапшырҙы. Миндәк ауыл советы белгестәре Рүзилә Нәжип ҡыҙы Абдрахманова, Ҡәҙриә Муса ҡыҙы Нәҙершина, ауыл депутаты Нурдидә Сәғит ҡыҙы Вәлиева һәм мин, ауыл старостаһы, барыһын да ҡотлап , килгән ветерандарға матур теләктәр теләнде. Миндәк ауылы советы исеменән рәхмәт хаттары тапшырылды.
Һуғышта тыныс тормошобоҙ хаҡына ғүмерҙәрен биргән, тыуған йорттарына ҡайта алмаған ҡаһармандарҙы иҫкә алып, бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде, улар иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташтарға гәлләмәләр һалынды .
Яугир-интернационалист Илгиз Бирғәлиндың яҡты хәтеренә мәктәп күләмендә хәрби әҙерлек дисциплиналары буйынса ярыш үтте: автоматты йыйып һүтеү, магазинға патрон тултырыу, винтовканан атыу, турникта тартылыу һәм башҡа. Һалдатҡа батыр булыу ғына етмәй, ул мотлаҡ көслө, сос һәм оҫта булырға ла тейеш!Бик тә сәмле барған ярыштарҙа түбәндәге призерҙар асыҡланды.
Малайҙар араһында:1-се урын - Искәндәр Ямалов, 2-се урын -
Илсур Ямалов, 3-сө урын – Тимур Сәлимов.
Ҡыҙҙар араһында: 1-се урын – Диана Ғибәҙуллина, 2-се урын – Азалина Рамаҙанова, 3-сө урын – Илүзә Юнысова.
Был ярыштарҙы мәктәптең хәрби әҙерлек буйынса уҡытыусыһы Раят Килдебай улы Ишмөхәмәтов юғары кимәлдә үткәрҙе. Озерный мәктәбендә патриотик тәрбиә элек тә көслө булды, әле бигрәк тә юғары кимәлдә. Юҡтанмы ни, хәрби терминология буйынса самалаһаҡ, Афғанстанда мәктәп уҡыусыларынан тулайым бер уҡсылар бүлексәһе (мотострелковое отделение) алышты, махсус хәрби операцияла – тотош взвод һанында, үкенескә ҡаршы, кәмендә бер отделениеға тиң һанда егеттәребеҙ баштарын һалды....
Аҙаҡтан бөтә сараны йомғаҡлап, ашнаҡсыбыҙ Зөлфиә Нәзир ҡыҙы Ғимранова бешергән, уҡытыусыларыбыҙ әҙерләгән тәмлекәстәр менән һыйландыҡ. Бөгөнгө көндә бер кем былай ҙа ас йөрөмәй, әммә фәҡәт бер табын артында бер икмәктән ауыҙ итеү кеше араһындағы рухи бәйләнеш ептәрен уғата нығыта ғына. Барыһына ла ихлас күңелдән рәхмәт!
Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы.