

Ҡолош Мәҙәниәт йортонда китапхана менән берлектә "Афғанстан беҙҙең йөрәктә" тип аталған хөрмәт һәм хәтер көнө үтте.Яуҙаштары Хөснуллин Искәнйәр Әхиәр улы һәм Ғәлин Рәжәп Рәшит улы иҫтәлегенә дүртенсе тапҡыр ойошторолған быйылғы сараның төп матди сығымдарын афғансы Ғазир Әхмәҙулла улы менән ҡатыны Гөлдәр Сабит ҡыҙы Хәйруллиндар үҙ өҫтөнә алды. Линар Ғәлин да был изге эшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Батыр ул үҫтергән Мәрүә еңгәбеҙҙең балалары : Урал, Айҙар, йыраҡ Хәйбулланан ҡайтып еткән Райләнең ғаиләләре сараға бәҫ өҫтәп кенә ҡалманы,өҫтәлдәрҙе тәмле-тәмле һый менән дә тултырҙы.
Ике өлөштән торған кисәнең төп ҡунаҡтары афғансылар Салауат Нәжип улы Лоҡманов, Иршат Айрат улы Сәғәҙәтов һәм бөгөнгө МХО яугирҙәре Азат Шакир улы Сәғәҙәтов менән Жәмил Камил улы Әфләтунов булды. "Хәтирә" төркөмөнөң сығышынан һуң һүҙ ил батырҙарына бирелде.Һәр ваҡыттағыса, улар һуғыш тураһында бигүк ентекләп һөйләп барманы, ә бына һәр ҡаяташ артынан үлем ҡарауыллаған Афған ерендә, Украинаның утлы өйөрмәһендә яҡташтарын осратыуҙары тураһында шундай йылылыҡ, ихласлыҡ менән иҫкә төшөрҙөләр. Уларҙың быға тиклем етди, бер аҙ ҡырыҫ йөҙҙәрендә йылмайыу сағылып, күҙҙәре йәш аша яҡтырып китеүенә тыныс ҡына ҡарау мөмкин түгел ине ...
Артабан "Хәтер көнө"н Искәнйәр Әхиәр улы һәм Рәжәп Рәшит улы иҫтәлегенә арналған "Ҡолош мәргәне"турниры дауам итте. Ололар ҙа, балалар ҙа ҡатнашҡан бәйгене уғатарҙарыбыҙҙың йылдан-йыл арта барған оҫталығын,уларҙың үҙҙәре һайлаған шөғөлдө ни тиклем яратып башҡарыуын һоҡланып ҡараныҡ. Атҡан уҡтарының сәп уртаһына тыпылдағанын тыныс ҡына күҙәтеп, нисек ғорур баҫып тороуҙарын күҙәтеү үҙе бер тамаша ине. Семтем дә шөбһә юҡ, яҙмыш ҡушһа, һәр береһе Ватанын һаҡлай аласаҡ... Былар барыһы үҙ эшенә мөкиббән китеп бирелгән Фәһим Зәйет улы Шакировтың ныҡышмалы хеҙмәт емеше.Уға ошо бәйгеләре аша ауылыбыҙ, ауылдаштарыбыҙға ҡарата хөрмәт, ғорурланыу тойғоһо уятҡан, илһөйәрлек тәрбиәләү эшендә уңыштар ғына юлдаш булһын. Ә был ярыштың уңыштары ошондай: ололар араһында 1-се урын – Нәдир Минһажов һәм Динара Сибаева .Балалар араһында 1-се урындарҙа Ихсан Сибаев, Артур Хөснуллин, София Бәхтийәрова һәм Алтынай Рәхмәтуллина.
Матур осрашыу,сәмле ярыштар тамам. Илебеҙгә тыныслыҡ ҡайтып, яңынан иҫән-һау күрешергә яҙһын!
Нурия Кәримова