

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте селтәрендә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Телевизор ҡабыҙһам
Тылҡыйҙар - “Инновация”,
Тамаҡ туҡ булыр өсөн
Кәрәк диверсификация.
Иа, Иа, Иа!
Ҡушымта:
Ни булды беҙгә, ни булды?
Аңлап булмай руссаға,
Ә башҡортса тәржемә итһәм,
Сәпсим баш ҡата ла һа.
Балнисҡа бөгөн барһам
Тора унда инфомат.
Банкоматты беләм дә мин,
Ә быныһы ни ғәләмәт!
Мат, мат, мат!
Абьюзер түгел дә мин,
Вайбым бары һүрелә.
Зәһәр амбивалентлыҡ
Төшөрә фрустрацияға.
Ғым, ғым, ғым!