Яйыҡ
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль , 14:45

Балалар өсөн кәрәк

Беҙ, Ураҙ ауылы балалар сәнғәт мәктәбе, 2026 йылда "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында (ППМИ) ҡатнашабыҙ.

Балалар өсөн кәрәк
Балалар өсөн кәрәк

Беҙ, Ураҙ ауылы балалар сәнғәт мәктәбе, 2026 йылда "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында (ППМИ) ҡатнашабыҙ. Беҙҙең мәктәпкә капиталь ремонт үткәрергә, тип хыялланабыҙ. Барыһы 8 сәнғәт бүлеге уңышлы эшләп килә. 10 уҡытыусы 125 балаға төрлө белем бирә. Музыкаль мәктәпкә йөрөгән уҡыусылар район, республика һәм Рәсәй кимәлендә күп конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай. Тик бына һыуыҡ көндәр етеү менән дәрестәр үткәреүе ауырға төшә. Сөнки уҡыу йортобоҙ етешле кимәлдә йыһазландырылмаған. Киләсәктә ошо программала еңеп, музыкаль мәктәпте ремонтлап, һыу индереп, йылы сисенеү һәм бәҙрәф бүлмәләре эшләнһә, беҙ бик шатланыр инек.

Рәмзиә ШӘМИҒОЛОВА,

Ураҙ ауылы.

Автор: Гюзель Латипова
Читайте нас