Һуңғы бер нисә йылда "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы сиктәрендә Поляковка ауыл Советына ҡараған ауылдарҙа урам яҡтыртҡыстары яңыртылды, зыяраттың ҡоймаһы капиталь ремонтланды, Поляковкала балалар өсөн уйын майҙансығы эшләнде, Вознесенкала янғын һүндереү тағылмаһы һатып алынды.
2026 йылда Вознесенка ауылы халҡы республикабыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырылған "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында ҡатнашып, «Вознесенка ауылында Хәрби дан аллеяһын төҙөкләндереү» проектын тормошҡа ашырырға хәл итте. Ҡатнашыу тураһында ҡарар йомғаҡлау йыйылышында бер тауыштан ҡабул ителде.
Илебеҙ геройҙарының хәтерен мәңгеләштереү - бик мөһим тема. Был Ватанды һаҡлаусыларҙың бөтә быуындарына ла ҡағыла. Һәләк булған геройҙар иҫтәлегендә яңы быуынды тәрбиәләү - Ватандың киләсәккә булған иң төп ҡоралы һәм өмөтө. Вознесенка ауылының данлы эштәр йылъяҙмаһында тыуған иленең тарихын сағылдырған биттәр байтаҡ. Ололарҙың күптәнге хыялы - Хәрби дан аллеяһын булдырыу һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм һәләк булған яҡташтарының исемдәрен таҡтаташта мәңгеләштереү.
Вознесенка ауылынан бөтәһе 363 кешеһе фронтҡа китә, ике йөҙ илленән ашыуы һуғыштан әйләнеп ҡайтмай. Хәтер эстафетаһын хәрби локаль конфликттарҙа һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҡабул итә. Вознесенка ауылынан ун бер кеше сафҡа баҫа, уларҙың дүртәүһе әйләнеп ҡайтмай.
Ауыл халҡы Ватанды һаҡлаусыларҙың Хәрби дан аллеяһына һәм уның эргәһендәге биләмәгә лайыҡлы ҡиәфәт бирергә ниәтләй. Бында иҫтәлекле даталарға арналған патриотик акциялар үтәсәк. Аллея көн һайын Ватанды һаҡлау — ул изге һәм абруйлы бурыс икәнлекте иҫкә төшөрәсәк. Ауыл халҡы был проект менән "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында еңеү яуларға, геройҙар тураһында хәтерҙе мәңгеләштерергә һәм киләсәк быуынға үҙ еренең тарихын һаҡлауҙың мөһимлеген еткерергә өмөтләнә.
Рәфилә МӨХӘМӘТШИНА,
Вознесенка ауылы.