Учалы районы депутаттары Советының 6-сы ултырышы үткәрелеп, районыбыҙҙың 2025 йылдағы социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡтар яһалды.
Көн тәртибендәге ике төп сығыш – Совет рәйесе Руслан Ғайсин һәм хакимиәт башлығы Руслан Ғиләзетдиновтың отчет докладтары.
Руслан Александрович депутат корпусының һайлаусылар менән эшмәкәрлеге, норматив-хоҡуҡ акттар әҙерләү һәм ҡабул итеү тураһында бәйән итте. Депутаттар халыҡ тормошонда ҡайнап йәшәү генә түгел, күп осраҡта ойоштороусы ла булалар. Был тәңгәлдә район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мозафар Ҡадировҡа айырым рәхмәт әйтелде, Балалар һабантуйы йә Бөйөк Еңеүгә арнап киң масштаблы һыбайлылар парады үҙҙәре генә лә ни тора! Шулай уҡ Мозафар Харис улын, Фәйрүзә Ғәйҙәни ҡыҙы Степаненко, Игорь Анатольевич Казаков һәм башҡа депутаттарҙың гуманитар ылауҙар туплауҙа ныҡ әһәмиәтле эше һыҙыҡ өҫтәнә алынды.
Руслан Ғәлиәйн улы иһә социаль-иҡтисади даирәләге хәлдәр менән ентекләп таныштырҙы.
Етештереп оҙатылған тауарҙар һәм хеҙмәтләндереүҙәр күләме былтыр 83,8 миллиард һум тәшкил иткән, сәнәғәт производствоһы 13 процентҡа артҡан. Уртаса һәм ҙур предприятиеларҙа инвестициялар күләме 10,2 млрд һумға етә. Ошо ике төп күрһәткес Учалыны Башҡортостандың 63 муниципалитеты араһында 5-се урынға күтәрә. Эшҡыуарлыҡ та үҫешә бара, әле 1910 йүнселлек субъекттары теркәлгән, 5 мең тирәһе яҡташтарыбыҙ “үҙмәшғүллек” алымы менән тамаҡ аҫрай. Агросәнәғәт комплексында 2025 йыл тулайым 3,5 млрд һумға продукция етештерелә.
Дөйөм алғанда, консолидацияланған бюджет килемдәр буйынса 3,2 млрд һум тәшкил итте (+7,7%), 504,1 млн һум субсидиялар йәлеп ителә.
2025 йыл мөһим проекттар тамамланыу менән әһәмиәтле. Шул иҫәптән “Урал батыр” һәйкәле асылды (тарихи ваҡиға булды был, йәмәғәт! - Авт.), балалар поликлиникаһы сафҡа индерелә, 9-сы микрорайонда ҡалала әлегә берҙән-бер 12 ҡатлы торлаҡ йорт төҙөү тамамлана, Яңы Байрамғол – Мәҫкәү газ үткәргесе һалына, 9 күп фатирлы йорттар һәм коррекция мәктәп-интернатында ремонт үтә, Мәҙәнәиәт һәм ял паркының үҙәк өлөшө төҙөкләндерелә һәм башҡа.
Район хакимиәте һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, физкультура һәм спорт өлкәләрен дә иғтибар үҙәгендә тота.
2025 йыл М.М.Шайморатов исемендәге штаб, ирекмән төркөмдәре, бөтә халыҡ махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ылауҙар ебәреү буйынса әүҙем эшмәкәрлеге ҡәнәғәтлек менән айырым билдәләнде. Яуҙа баштарын һалған уландарыбыҙ фотоларынан төҙөлгән видокадрҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы был йыйында... Ғөмүмән, МХО теге йә был рәүештә бар ултырыштың лейтмотивына әйләнде. Эйе, барыбыҙ өсөн дә төп бурыс – хәлдән килгәнсә еңеүгә булышлыҡ итеү, яугирҙәребеҙгә ышаныслы таяныс булып тороу. Иҡтисад һәм тотороҡлоҡ – фронттың ышаныслы тылы, тип билдәләнде. Әйткәндәй, оҙаҡламай Учалы ҡалаһында “МХО-ла ҡатнашыусыларға булышлыҡ үҙәге” асыласаҡ, тип хәбәр ителде.
Совет ултырышында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы депутатыбыҙ Рөстәм Ишмөхәмәтов, БР Сәнәғәт министры урынбаҫары Валерий Ғәлиевтар телмәр тотто. Икеһе лә Учалы районының социаль-иҡтисади үҫешендә ыңғай тенденцияларҙы билдәләнеләр, хеҙмәт коллективтарына, бар район халҡына рәхмәт әйттеләр.