Яйыҡ
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март , 13:47

Боҙбармаҡтан һаҡлан!

Район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары Алик Сәләхетдинов, нисәлер йыл элек ошо рәүештә ҡалала ҡатын имгәнеүен, шыуып төшкән ҡар автомобилде заралауын иҫкә төшөрҙә һәм аныҡ әйтте: “ Ошо рәүештә яһалған зыян өсөн закон буйынса бинаның хужаһы яуаплы”

Боҙбармаҡтан һаҡлан!
Боҙбармаҡтан һаҡлан!

Учалы районы хакимиәтетендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, эҙемтәләрен бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышы үтте.

   Миҙгелгә ярашлы әле иң борсоған мәсьәлә – ҡыйыҡ-түбәләрҙән ҡар ишелеп һәм боҙбармаҡтар  ысҡынып төшөү хәүефе. Комиссия ултырышын алып барған район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары Алик Сәләхетдинов, нисәлер йыл элек ошо рәүештә ҡалала ҡатын имгәнеүен, шыуып төшкән ҡар автомобилде заралауын иҫкә төшөрҙә һәм аныҡ әйтте: “ Ошо рәүештә яһалған зыян өсөн закон буйынса бинаның хужаһы яуаплы”. Ҡалала иң күп бындай хужалар – фатир эйәләре. Нәҡ уларҙың исеменән, һәм шул уҡ халыҡтың үҙҙәрен һаҡлап,  “Заказсы хеҙмәте” идара компанияһы байтаҡ эштәр башҡара: ике аҙнала альпинистар, автовышкалар йәлеп ителеп, 36 балкон түбәләре, 18 күп фатирлы йорт ҡыйыҡтары ҡар-боҙҙан таҙартылған. Тик был ҡатмарлы ла, ниндәйҙер мәғәнәлә ҡәҙерһеҙ ҙә эш инде – таҙартылған ҡыйыҡҡа яңынан ҡар яуыуыу бик йыш күҙәтелә.  Һәм бик күптәнге проблема – аңһыҙ граждандар автомобилдәрен ҡыш үткәнесе теймәйенсә урамда тота, улар ҡыш миҙгеле эштәренә ныҡ ҡамасаулай.  Бюджет ойошма-предприятие етәкселәре лә үҙҙәренең ҡарамағындағы биналар буйынса отчет тотто.

Төбәктең яғыулыҡ-энергетика комплексында янғын хәүефһеҙлеге һорауы ла ентекләп ҡаралды. Тейешле күнекмәләр уҙғарыла, биләмәләр тирә-яҡлап һөрөлгән һыҙаттар менән уратыла, тейешле кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителә. Был өлкә һәр саҡ етди контроль аҫтында тотола бит. Хатта, янғын һүндереү өсөн ғәйәт ҙур ер аҫты резервуарҙары ла ҡаралған икән.

Шулай уҡ граждандарға ышыҡланыу нығытмалары булдырыу һорауы ла ҡаралды. Төп өлөштә күп фатирлы йорттарҙың подвалдары тураһында һүҙ барҙы. Уларҙы әҙерлеккә килтереү оҙаҡламай киң йәйелдереләсәк, тип аңланыҡ. Бер генә әтнәкә – закон буйынса ундай нығытмаларҙы бина милекскеләре хәстәрләргә тейеш, ә был осраҡта милекселәр – фатир хужалары. Тимәк, халыҡтың үҙенә лә күпмелер иғәнә индерергә тура килеүе мөмкин. Беҙҙең ҡарашҡа, әлеге тынғыһыҙ донъяла үҙең йәшәгән йә яҡындағы йортта төҙөкләндерелгән убежище булыуы бер ҙә насар түгел!

Кәңәшмәлә  барыһы өсөн дә иҫкәртеү яңғыраны: урамда өҫкә лә, аҫҡа ла ҡарап йөрөгөҙ (өҫтән боҙбармаҡ-фәлән янаһа, боҙлауыҡ урында тайып йығылыу  мөмкин), бина-йорттарға терәтеп автомобиль ҡуймағыҙ, махсус рәүештә үтеү тыйылған урындан йөрөмәгеҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдәргә юлыҡҡан осраҡта 112 номеры буйынса  ҡотҡарыу хеҙмәтенә, йә 20-112 номеры буйынса  Учалының Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә телефондан шылтыратып әйтер кәрәк.

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас