Яйыҡ
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март , 08:44

"Урал батыр васыяты"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырлатырға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ

"Урал батыр васыяты"
"Урал батыр васыяты"

 

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.  ЯЗ нисек йырлағанын беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096.   Текст  "Урал батыр" эпосынан  үҙгәртеүһеҙ алынды.

 

Урал-батыр васыяты

Улдарым, тыңлаң, һеҙгә әйтәм,
Тыңла, илем, һиңә әйтәм:
Ир-арыҫлан булһаң да,
Батыр беләкле тыуһаң да,
Илдә йөрөп, ил күрмәй,
Тубығыңдан ҡан кисмәй,
Йөрәгең батыр булалмаҫ.

Яуызға юлдаш булмағыҙ,
Кәңәшһеҙ эш ҡылмағыҙ,
Уландарым, һеҙгә әйтәм:
Мин әрсегән ерҙәрҙә
Кешегә байман табығыҙ;
Яуҙа булһа, баш булып,
Кешегә ил ҡороғоҙ,
Данлы батыр булығыҙ.

Ҡушымта:

Барығыҙға шуны әйтәм:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ;
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!

Олоно оло итегеҙ, —
Кәңәш алып йөрөгөҙ;
Кесене кесе итегеҙ, —
Кәңәш биреп йөрөгөҙ.
Күҙенә сүп төшөрҙәй,
Күҙһеҙ булып ҡалырҙай
Еҫерҙәрҙең алдында
Күҙенә керпек булығыҙ.

Аҡбуҙатым, булатым
Илдә тороп ҡалыр ул, —
Өҫтөнә менеп сабырҙай,
Яуҙа ҡылыс һелтәрҙәй
Батырға менәр ат булыр,
Батыр булмаҫ ирҙәргә
Менер атым ят булыр.

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас