Бөрйән районының Һарғая ауылы янында «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» үтте. Был сара унынсы йыл уҙғарыла. Был тапҡырҙа бәйге, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Ҡасимов Тимур Йәлил улының иҫтәлегенә лә арналды. СВО яугирҙары Урал батырҙың вариҫтары бит ул, үлер алдынан әйтеп ҡалдырған васыятын хәтерләйһегеҙҙер:
“Батыр беләкле тыуһаң да,
Илдә йөрөп, ил күрмәй,
Тубығыңдан ҡан кисмәй,
Йөрәгең батыр булалмаҫ”...
«Ылаҡ", «Ауҙарыш», «Милли йәйәнән уҡ атыу», арҡан тартыш, суҡмар сөйөү һымаҡ ярыштар менән Һарғая яланы гөрләп торҙо. Сараның сағыу биҙәге, әлбиттә, уҡсылар. Көн һыуыҡ тороуға ҡарамаҫтан һәр береһе милли кейемдә сыға. Турнир ике категорияла үтә: 55 йәшкә тиклемге һәм 55 йәштән олораҡ уҡсылар.Ярыш үҙе иһә 5 этаптан торҙо: «Дүрт күҙ" (18 метрҙан атыш), «Көмбәҙ» сәбе (28 метрҙан 30 секунд ваҡыт эсендә атыш), «Тере һыу» (25 метрҙан атыш), «Аждаһа» (30 метрҙан атыш), «Һыбайлы» (30 метрҙан атыш).
Ярыш бик сәмле үтте. Үҙ категорияларында беренсе урын алыусылар: Ғәфүр Рахманғолов ( Баймаҡ районы) һәм Диләрә Ярышева ( Кумертау ҡалаһы), Рәис Низаметдинов ( Өфө ҡалаһы) һәм Миләүшә Хәлилова ( Әбйәлил районы).
Учалы уҡсылары ла яҡшы сығыш яһаны. Танылған мәргәнбикәләребеҙ, Наурыҙдан Нилә Исламова менән Динә Вәлиева “көмөш миҙалдарға” лайыҡ булдылар. Учалы райрнын вәкилләгән “Баҡшай” командаһы (Нилә һәм Юнир Исламовтар, Динә Вәлиева, Илмир Әхмәтйәнов) 10 команда араһында 3-сө урынға сығып шатландырҙы.
Ярыштың һөҙөмтәләре буйынса, үҙ категорияларында еңеүсе 12 уҡсы, абсолют чемпион статусын алыр өсөн, мәргәнлектә көс һынашыуға айырым сыға. «Һыбайлы» һәм «Аждаһа" сәптәренә ата торғас, турнирҙың абсолют чемпионы исемен Рәис Низаметдинов яулап алды. Бүләккә тай бирелә. Танылған сәнғәт һәм спорт эшмәкәре әле Өфөлә йәшәһә лә, ул да беҙҙеке, Учалыныҡы!
Мәргәндәр турнир хужаларына, унынсы йыл рәттән «Урал батырҙың ҡышҡы уйындарын» ойоштороусы Башҡорт дәуләт ҡурсаулығы етәксеһе Айнур Илгиз улы Биембетовҡа рәхмәт белдерә.