

Учалы районы хакимиәтетендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, эҙемтәләрен бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия семинар үткәрҙе. Халыҡҡа янғын хәүефһеҙлеге буйынса инструктаж үткәргән профилактик төркөм ағзаларына аңлатма-күрһәтмәләр бирелде.
Комиссия рәйесе вазифаһын башҡарыусы, район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары Алик Сәләхетдинов:” Профилактик төркөмдәр үҙҙәре генә бер нисек тә бөтә янғындарҙы иҫкәртә алмай. Шулай ҙа, кешеләр менән осрашыу, йорттарында иң хәүефле урындарҙы күрһәтеү, “памятка”-иҫтәлектәрҙе таратыу кемделер бары уйланырға мәжбүр итер. Кешенең психологияһы шулай ҡоролған бит, тормош үҙ яйына бара икән, ниҙер янау, хәл-шарттар үҙгәреү тураһында уйлап та бирмәй. Әйтәйек, йортондағы электр селтәре әллә нисә тиҫтә йыл хеҙмәт итә икән, артабан да шулай буласаҡ, тигән фекерҙә. Хужалар үҙҙәре генә түгел, сымдар ҙа ҡартайыу, иҫкереү тураһында уйлап ҡуйһаларсы икән! Ғөмүмән, профилактик төркөмдәр эшмәкәрлеге бер генә кеше ғүмерен һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итһә, тырышлығығыҙ заяға түгел!”- тип билдәләне.
Район-ара дәүләт янғын надзоры бүлеге начальнигы Сергей Чекушкин профилатик төркөмдәргә эш рәтен ентекләп төшөндөрҙө. Нимәләргә тәү сиратта иғтибар итергә? Өйгә ингәнгә тиклем үк бина-ҡорлмаларҙың нисек урынлашыуына, ут тоҡаныусан материалдар туҙып ятыуына, бесән һәм утын нисек һаҡланыуына, баҡсала ҡау үлән барлығына иғтибар итерү зарур. Ә өйгә ингәс..... Был хаҡта аңлатыу эшенә заманса “3Д”-модель бик тә ҡулай булды. Ҡыҫҡаһы, компьютерҙа (смартфонда, залдағы экранында) өй эсе һүрәтләнгән. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тупаҫ рәүештә боҙолған унда. Әммә курсор менән ошо тирәгә төртһәң, ҡалай тейеш булырға тейеш, шулай үҙгәрә. Мейес алдында тимер табаҡ түшәлеү, өй эсендә бензин, газ баллоны һаҡлау тыйылыу, мейес менән стена арһында арауыҡ ҡалдырыу, түшәмгә тоташҡан урында янмаған материалдан “билмау” хәстәрләү, бер розеткаға күп приборҙар тоташтырмау һәм башҡа күп. Бик тә мауыҡтырғы һәм үтә файҙалы заманса “башватҡыс”, был компьютер ҡушымтаһы бар профилактик төркөм ағзаларына бирелә. Ошолай “уйнай” торғас күпме кәрәкле мәғлүмәт хәтергә ныҡлап уйыласаҡ, айырыуса балаларҙы һәм йәштәрҙе әүрәтә ала. Был форсатты һис тә ҡулдына ысҡындырмаҫ кәрәк! Сергей Викторович байтаҡ ғәмәли алымдар, күҙәтеүҙәр, хәүефһеҙлек нескәлектәре тураһында ла бәйән итте. Мейес ниңә аҡланырға тейеш икәнлеген хәтерләйһегеҙме? Сатнап ярыҡтарҙан төтөн сыға башлай икән, аҡта һөрөм яҡшыраҡ күренәсәк. Газ баллонын кинәт һыуыҡтан йылыға керетһәң, үҙенән-үҙе шартлау ихтималы бик юғары. Бәғзе алйоттар сарҙаҡҡа йылытыу ҡатламы сифатында ағас бысыу онтағын (опилки) түшәй икән. Янғын сыҡҡан йорттарҙа бик йыш иҫкәртеү приборҙары – извещателдәргә тап булалар, тик улар һүндерелгән була, йәнәһе лә, тауыш сығарып бимазаламаһын өсөн.... Рейд үткәргәндә хужалар өйҙәренә индермәй икән, был хаҡта акт төҙөр кәрәк. Шул уҡ ваҡытта, ҡапҡа алдында ғына ла янғын хәүефһеҙлеге тураһында иҫтәренә төшөрөү артыҡ түгел һәм башҡа.
24-се янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы Юлай Әитов ландшафт (тәбиғәт) янғындары тураһында һөйләне. Әле, әлбиттә, билдән ҡар ята, әммә күҙ асып йомғансы ер әрселер ҙә, тау биләүҙәре йәнә төтәй башлауы бик тә ихтимал. Иң яҡшы профилактика – ваҡытынан алда кешеләр араһында аңлатыу эшен йәйелдереү. Юлай Шәүкәт улы бер урынға иғтибар йүнәлтте: айырым янғынға ҡаршы режим иғлан ителгәс, хатта, үҙ баҡсаңда ла сүп-сар яндырыу тыйыла. Бөтә ҡағиҙәләрҙе теүәл күҙәтеп ( ҡоролмаларҙан кәмендә 25 метр ситтә, ел иҫмәгән ваҡытта, күҙәтеү аҫтында һәм башҡа), ҡар иреп бөткәнсе йә көҙгө ямғырҙар башланғас ҡына мөмкин. Ләкин башҡаса әмәл табыу хәйерлерәк!
Һорауҙар күп булды. Мәҫәлән, һәр ауылда һерәйеп торған ташландыҡ өйҙәр хаҡында. Тап улар янғын сығыу буйынса айырыуса ҡурҡыныс барлыҡҡа килтерә. Ҡайһыһының хужалары бар йә юҡ, ҡайһыларының ниндәй эйәлек статусы икәнлеген, беҙҙең фекергә, бөтә район күләмендә, үҙәкләштерелгән рәүештә асыҡлар кәрәктер. Ауыл старосталарына үҙҙәренә генә быны асыҡлау ҡатмарлы.
Был сараның аҙағында Белорет медицина колледжының Учалы филиалы уҡытыусыһы Зөлфиә Кочетова ашығыс ярҙам күрһәтеү алымдары менән таныштырҙы. Уларҙы йәмәғәтселәргә генә түгел, барыбыҙға ла белергә кәрәк ине!
Яуап тоторға тура килә
Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын инҡар иткән өсөн штрафтар һалына. Етди күләмдә штрафтар. Әммә мәгәр тәртипһеҙлек арҡаһында янғын сығып, эш олоға китә икән, административ яза менән генә ҡотолормон тимә. Ошо йәһәттә бер миҫал килтерәйек.
Бер яҡташыбыҙ былтыр апрель айында иретеп йәбештереү аппараты менән ниҙер эшләгән була. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәгәс, ирегән ҡайнар металл сәсрәп, ут тоҡана, мунса һәм күрше торған йортта янғын тарала. Дөйөм зыян 2 миллион һумдан аша. Ошо арала был енәйәт эше судта ҡаралып, ғәйепле граждан 300 сәғәт мәжбүри эштәргә хөкөм ителде.
Хәүефле хроника
Йыл башынан 23 янғын теркәлгән (14 осраҡ ауыл ерлегендә). Яуыз ниәттә ут төртөүҙәрҙе иҫәпкә алмағанда, бәлә сәбәптәре ҡап уртаға бүленә тиерлек – электр селтәрҙәре йә мейестәрҙең төҙөкһөҙлөгө, ҡағиҙәләрҙе күҙәтмәйенсә файҙаланыу.
Һуңғы арала булған янғындар тураһында ҡыҫҡаса хәбәр итәйек:
-23 февраль районда ике янғын теркәлде – төндә Учалы ҡалаһында мунса яна, Вознесенкала йорт верандаһында йылытыу приборы ут тоҡаныуға сәбәпсе була;
-10 февраль Ахун ауылы китапханаһының түшәме уттан зыян күрә, автоматик сигнализация һәм янғын һүндереүселәр оператив килеүҙәре сәбәпле ҙур зыянға юл ҡуйылмай;
10 февраль мейес төҙөкһөҙлөгө арҡаһында Ураҙҙа мунсала янғын сыға, оператив рәүешт һүндерелә;
28 февраль Учалы ауылындағы фажиғә тураһында яҙғайныҡ инде – Партизан урамындағы йорттағы янғынды һүндергәс, 66 йәшлек ҡатындың мәйете табыла.
Ғөмүмән, янғындарҙа һәләк булғандарҙың сама менән 80 проценты оло йә ҡарт йәштә булыуы телгә алынды. Һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ. Һәм ирекле янғын командаларына иғәнә күсерергә онотмағыҙ!