Нимә эшләргә белмәй аптыранып ҡалдым, тиҙ генә мейесенә тоҡандырырға ла, әбейҙе күтәреп һалырғамы, киреһенсәме, күптән тәрбиә күрмәгән, нигеҙҙәренән һыуыҡ өргән иҙәндә, өшөп-туңыуҙан әбейҙең тәндәре күгәреп киткән, һөйләшеүенең дә рәте юҡ. Ятҡан урынын рәтләргә керештем, карауат матрасы, түшәктәре еүеш, алыштырырға була мейес башындағы киптерергә һалынғанын ҡарайым.
-Ундағылар кипмәгәндер әле, тыштағы алмаш түшәк тә һыуыҡтыр, ҡараған күршем елләтергә элермен тигәйне.
Түр яҡтағы күпереп ятҡан урын-яҫтыҡтар өйөлгән карауатҡа ыңғайлайым.
-Ундағы таҙа юрғандарға теймә, балаларым килгәндә саф түшәктәргә ятып йоҡларҙар, диванға түшәлгән буй юрғанды түшә, элекке күршем мәрхүм булғандан һуң артҡанын ҡыҙы биреп ҡалдырған. Памперсты ла кейҙер әле миңә, әллә өшөгәнгә тотанағым юҡ, һаҡлап тота инем, улары ла ҡиммәт.
Түшәген алмаштырғансы, памперсын кейҙергәнсе әбейем карауатында яртылаш кәүҙәһе менән аҫылынып торҙо, артҡы яғын күтәреп һалыуы оло мәшәҡәт тыуҙыра, аяҡтары менән этенеп үҙе лә ярҙам итә алмай шул.
-Яңы юрған алып япмаһаң булмаҫ, быныһы һыуланған, туңдым, йәһәтерәк мейескә яҡ инде.
Уның һығылып сеңләп илағаны йөрәкте әрнетә:
- Килер тейһеңме мине уйлап оло ҡыҙым, бер ай ята бит күрше ауылда ҡунаҡ булып, эшләгән еренән ялға ҡайтҡанына ни заман, әсәһен бер уйлаһа, тура үҙебеҙгә ҡайтыр ине, белә урында ятҡанымды. Ҡайтһалар ҙа һөйләшеп ултырғылары килмәй минең менән, еҫе тигән булаларҙыр, аҫтымды йыуыуҙан сикәнәләрҙер, арыулап мунса төшөрөп тәрбиәләһәләр аяҡҡа баҫып китерлекмен бит, ниңә шуны белмәйҙәр? Бәләкәй ҡыҙым да хәл белергә килгәнендә кейәүең бында йоҡларға теләмәне тип, күршеләрҙә йоҡланы. Үҙе генә булһа ла янымда ҡунһа була инде, ҡунаҡ бөткәс ҡайтырҙар тип, төнө буйы көттөм, әйтер һүҙҙәремде әйтеп ҡалырға теләгәйнем. Алып кил теге юрғанымды, провались, тәпәй баҫҡан өйҙәренә барыбер ҡайтырға теләмәйҙәр, үлһәм иҫтәренә төшөр әле, атай йорто, әсәйемде һағындым тигән булырҙар, миңә хәҙергеһе бына ҡыйын.
Мейесенә ут яғып, термосәйнүгенән яһап сәй һуҙам, ярай аяҡтан яҙһа ла сынаяғын үҙе тотоп эсә ала. Мунсаһы һәйбәт әбейҙең, урамында ҡоҙоғо ла эшләй, их ҡыҙы ҡайтып инһен дә шартлата мунсаһын яғып, сабындырып, йыуындырһын ине, йөрәктәре йылынып, күҙҙәренә нур ҡунып, йөҙҙәре яҡтырып китәләр бит ололар балаларын күрһәләр. Бер нисә йыл элек кенә табындарҙа дөңкөлдәтә баҫып бейеп йөрөгән ҡатын тиеп кем әйтһен, хәҙер ошо урында ятҡан ҡарсыҡты. Ҡайғы ҡайҙа бараһың, ҡартайтырға барамын тип яуаплаған ҡайғы-хәсрәт бөктө апайҙы. Бер-бер артлы ике улын, бабайын ерләне, тешен ҡыҫып бирешмәҫкә тырышһа ла көслө стресс булғандыр, замана ауырыуына, шәкәр диабетына юлыҡты.
- Балаларыма һалыҡ булмаһам ине тип теләнем гел, ниңә кеше көнөнә ҡалдырмаһын тимәгәнмендер, сит кешенең күҙенә тилмереп ятырға яҙҙы, ярай әле ғүмер буйы ҡатнашҡан күршеләрем һәйбәт.
Ашарға һул күршеһе бешереп индерә, мин килеп китеүгә хәҙер ул инәсәк, утынын ҡаршылағы күршеһе әҙерләй, ҡышҡылығына етерлек итеп, берәүһе һөт-ҡаймағынан өҙмәй килтереп тора. Килененең ҡарағыһы килмәгәнен асыҡ тойомлай, тик һүҙ ебәрмәй, улым менән генә йәшәһә булды, улым тәрбиәле, ҡараулы, тамағы туҡ булһа еткән тигәндәй, ҡул һелтәгән. Ғүмере буйына эшләгәнлектән пенсияһы ҙур, әммә үҙен ҡараусыларына түләгәнлектән балаларына арттыра алмай, килеп тә күренмәүҙәренең сәбәбе лә ошолор бәлки.
Мейес ялҡынынан йылы ипкен килгәнгәме, ҡоро юрған аҫтында эҫе сәй эсеүҙәнме, әбейемдең хәле арыуланғандай тойолдо, үҙенә үҙе укол ҡаҙағанда минең күңелһеҙ хәләтемде аңғарҙы.
- Ниңәлер бошоңҡо күренәһең?..
- Аҡсамды юғалттым, кеҫәмдән төшөп ҡалған, бейәләй эсендә ине, сискән саҡта юғалтҡанмын күрәһең.
- Һинең ҡайғың миңә булһа ине, төкөрөп тә бирмәҫ инем, мин бына бөтөнөһөн дә юғалттым, улдарымды, бабайымды, һаулығымды, аяҡһыҙ-билһеҙ ҡалыуым арҡаһында балаларымды, бәләкәй саҡта аяҡ ашатларға ла бирмәгән ейән-ейәнсәрҙәремде. Үҫкәс хәҙер килеп тә урамайҙар. Ғүмер буйы мал-мөлкәт йыйырға тырыштым, етеш йәшәргә ынтылдым, ҡартлыҡта балаларым менән мәнфәғәтен күрергә яҙһын тип теләмәгәнмендер, бына күрәһең, өс һыуытҡыс буш тора, магазиндан ашарға алыу ҙа кәрәкмәй, өйҙән бешереп килтерә күрше, кәртә-ҡура сереп ҡоларға тора, сығып әйләнеп ҡарарлыҡ та түгелмен, мунсаны ла яғып инерлек рәтең булмағас, нимәгә кәрәк ул. Мине юғалтҡас иларҙармы икән балаларым, бер бәләнән ҡотолдоҡ тиерҙәрме, шуныһын алдан белеү ауыр.
Әбейҙең һүҙендә оло дөрөҫлөк барын белеү күңелемде йыуатты, биш йөҙ һум да булдымы аҡса, бер әбейҙе бер ай ҡарау хаҡы, һаулығымды бирһен Аллаһым. Шулай ҙа уйға ҡалдым әле, шөкөр ауылда әлегә әбейемә һөт индерерлек һыйыр тотоусылар бар, күршеләре итәғәтле, беҙ ҡартайған саҡта ауылда мал тотоусылар ҙа ҡалмаясаҡ, күрше тигәнебеҙ ҙә ауылдың теге осондағы йәшәүсе кеше иҫәпләнәсәк, бына ҡайҙа икән ул оло юғалтыу.
Гөлдәр әбей.