Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
6 Март , 03:18

Афарин, Наҙгөл!

Учалы ҡыҙы Наҙгөл Кәлимова  - “Татарстан Республикаһының йыл студенты”!

Афарин, Наҙгөл!Афарин, Наҙгөл!
Афарин, Наҙгөл!

Йәштәребеҙҙең уңыштарына һөйөнөргә һәм ғоруланырға ғына ҡала беҙгә.

Быйыл ғинуар аҙағында Ҡазандың мәртәбәле  “Пирамида” комплексында тантана үтеп, Учалы ҡыҙы Наҙгөл Кәлимова “Татарстан Республикаһының йыл студенты”, тип таныла, “Йыл йәмәғәтсеһе” номинацияһында. ТР Башлығы Рөстәм Минниханов еңеүселәрҙе шәхсән рәүештә ҡотлауы был награданың абруйын дәлилләй.

Наҙгөл Радим ҡыҙы – Ҡазан федераль университетының (унда, хатта, Ленин үҙе уҡыған була!) 4-се курсында хоҡуҡ фәндәрен өйрәнә, шулай уҡ юридик факультеттың  студенттар Советы рәйесе.  Ә саҡ ҡына алдараҡ, декабрь айында Мәскәүҙә “Йыл студенты – 2025” Рәсәй милли премияһын алған икән. Студенттар үҙидараһы менән етәкскелек итеүе ошолай юғары баһалана. “Грант конкурстарында ҡатанашабыҙ, ирекмәнлек менән шөғөлләнәбеҙ, йылына  150 тирәһе төрлө кимәлдәге саралар ойошторабыҙ. Һанап осона сығырлыҡ түгел, әммә барыһының да маҡсаты бер – студент йылдары файҙалы, сағыу, күңелле үтергә тейеш!”-ти ул.

  Йәмәғәтселек эше менән булып, һис тә уҡыу артҡы планда ҡалмай: бар имтихандарҙы тик “бишле” билдәләренә генә тапшыра, Ҡазан ҡалаһы мэры стипендиаткаһы. Башҡаса булыуы мөмкин түгелдер: урта мәктәпте тамамлағанында БДИ һынауында  бөтә райрондан  тик ул  ғына тарих буйынса максималь 100 балл йыйып ғәжәпләндергәйне бит. “Уңыш бик күп өлөштә уҡытыусыға бәйле. Беҙҙең 5-се мәктәптә  Резеда Тәлғәт ҡыҙы Әҙелғужина уҡытты.  Тарих менән ҡыҙыҡһыныуымды абайлап алғас та, өҫтәмә рәүештә шөғөлләнеүгә көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәү генә түгел, үҙ ҡыҙындай күрҙе, мин уға ныҡ рәхмәтлемен!”- ти. БДИ-ла ныҡ яҡшы күрһәткестәргә ирешкәс, Мәскәү, Санкт-Петербург университеттарына ла үтә. Шулай ҙа, туғандаш республикалағыҠазанға өҫтөнлөк бирә. Һәм һис тә үкенмәй. Йәшәү, уҡыу, үҫешеү өсөн бик яшы шарттар булдырылған, ти.

Сер итеп кенә тигәндәй әйтте, яҡташыбыҙ үҙен ошолай сағыу итеп күрһәтә алғас, әленән үк эшкә саҡырыу тураһында тәҡдимдәр ишетелә башлаған. Наҙгөл Радим ҡыҙы ҡулына диплом алғас, фән һәм йәштәр сәйәсәте менән шөғөлләнергә хыяллана. Был осраҡта “хыяллана” түгел, “планлаштыра” тиергә кәрәктер. Сөнки ҡоро хыялға кем генә бирелмәҫ, ә ул маҡсат ҡуя ла, ошо йүнәлештә арыу-талыу белмәй, йәҙәнән йылмайыуы төшөрмәйенсә атлай. Юлдарың  һәм эштәрең гел уң булһын!

Наҙгөл интервьюларҙы йыш бирә һәм һәр береһендә ғаиләһе тураһында телгә ала торған. Әсәһе - Юлизә Вил ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы, атаһы - Радим Радий улы – автокомплекс хеҙмәткәре (заманында студент-журналист булараҡ “Яйыҡ”та практика үткәйне ул).  Апаһы Айгиза Радим ҡыҙы ла үҙ ваҡытында БДИ һынауын бик юғары күрһәткестәр менән үтә (96, 80 һәм 81 балл), урта мәктәпте “алтын миҙал”ға тамамлай. Юғары белем алып, әле юрист булып хеҙмәт итә. Рамаҙан  ҡустыһы– 7-се класта  яҡшы билдәләргә уҡый, спорт менән ихлас шөғөлләнә.  Ғаиләнең девизы – ҡайҙа ғына булһаң да, үҙеңде тик яҡшы яҡтан таныт,  кешене урын биҙәмәй, кеше урынды биҙәй.

-Махсус рәүештә тәрбиә менән дә шөғөлләнмәйбеҙ, - ти ата-әсә. – Ҡайҙа барыуы, кем булыуы – кешенең үҙенә  генә бәйле. Беҙҙең бурыс – дөрөҫ юҫыҡ  күрһәтеү, кәңәштәр биреү, хәлдән килгәнсә үҫешенә булышлыҡ итеү һәм ....һәм һөйөү. Һәр бала ғаиләһендә мотлаҡ  йылы мөхиттә үҙергә тейеш!

 Ҡәлимовтарҙың был фекере менән һис тә килешмәй булмай, бала теплица эсендәге сибек үҫенте кеүек  була бит ул башта. Ә аҙағынан, тамыр йәйеп олонон нығытһа, бер ниндәй дауылдарға ла бирешмәйәсәк, өҫкә ынтыласаҡ.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас