Яйыҡ
+13 °С
Облачно
Новости
6 Марта , 06:05

Яугирҙең аҡсаһын урлайҙар

Бәғзе берәүҙәр аҡса өсөн ниндәй генә аҙымға бармайҙар. Башҡортостандың федераль именлек хеҙмәте махсус хәрби оперцияла һәләк булған яугирҙең 16 миллион һум страховка түләү аҡсаһын урлау осрағын асыҡланы. Ҙур күләмдә мутлашыуҙа ғәйепләнгән дүрт Учалы кешеһен ҡулға алдылар.  Ғәйепләнеүселәр - “Башҡортостан республикаһы адвокаттар коллегияһы” ойошмаһы филиалы адвокаты, уның ҡатыны һәм тағы ла ике танышы. Федераль именлек хеҙмәтенең республика буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, төркөм һәләк булған махсус хәрби операция яугире өсөн тәғәйенләнгән страховка түләүҙәрен урлаған.  Тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылдың сентябрендә ғәйепләнеүселәр хәрби хеҙмәткәр һәләк булған осраҡта түләнгән страховка һәм социаль компенсацияларҙы законһыҙ үҙләштереү буйынса план әҙерләгән. Үҙ ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн улар даими йәшәү урыны һәм яҡындары булмаған 46 йәшлек асарбаҡ ирҙе таба. Уны өгөтләп Оборона министрлығы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контрактҡа ҡул ҡуйырға күндерәләр. Бынан тыш, һуғышҡа китер алдынан ирҙе адвокаттың танышына, йәғни дүртенсе ғәйепләнеүсегә фиктив рәүештә өйләндерәләр.

Яугирҙең аҡсаһын урлайҙарЯугирҙең аҡсаһын урлайҙар
Яугирҙең аҡсаһын урлайҙар

 

“2025 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы үлгән тип таныла, ә уның фиктив ҡатыны федераль бюджеттан 13,8 миллион һумдан ашыу һәм республика бюджетынан 2 миллион һумдан ашыу суммаға страховка түләүҙәре ала. Енәйәтселәр төркөмө аҡсаны үҙ-ара бүлешә, уларҙың бер өлөшөн хатта шәхси ихтыяждарына тотонорға өлгөрә”, - тип асыҡлыҡ индерәләр Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.

Федераль именлек хеҙмәте мәғлүмәттәре нигеҙендә енеәйәтселергә ҡарата бер төркөм кеше тарафынан айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ике ир һаҡ аҫтына алынған, ике ҡатын-ҡыҙға билдәле бер ғәмәлдәрҙе тыйыу рәүешендә иҫкәртеү сараһы һайланған.

Тикшереү бара, енәйәт эшенең бөтә шарттары асыҡлана.

МХО яугирҙәренең түләүҙәренә ҡул һуҙып, еңел генә байырға теләүселәр осрап тора. Мәҫәлән, бер-нисә ай элек Күмертауҙа йәшәүсе ир үҙен МХО-ла юғалған яугирҙең хеҙмәттәше тип таныштыра. Егетте өйөнә ҡайтарырға ярҙам итергә вәғәҙә биреп хәбәрһеҙ юғалыусының атаһынан 107 мең һум аҡса ала. Икенсе бер ҡатын һәләк булған яугирҙең әсәһенән миллион һум аҡса урлаған. Былтыр Туймазы районы полиция хеҙмәткәре яҡташын урындағы терәк пунктында законһыҙ көсләп тота һәм уны әсәһе менән никахын теркәргә мәжбүр итә. Туйҙан һуң ир МХО-ға юллана, ә иҫәбенән ике миллион һумдан ашыу аҡсаһын урлайҙар. Башҡортостан прокуратураһы суд аша никахты ғәмәлдән сығарыуға өлгәшә.

Фиктив никахтар нигеҙҙә яугирҙәрҙең түләүҙәрен урлау өсөн ҡулланыла. Хәрби түләүҙәрҙе мутлашыусыларҙан нисек һаҡларға? Әгәр кемдеңдер яҡындары йәки таныштары шундай хәлгә тарыһа, баҫым аҫтында никах теркәлһә, уны суд аша ғәмәлдән сығарыу өсөн нигеҙ булып тора. Бының өсөн прокуратураға йәки тәфтиш органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бының өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған.

Әлиә ФӘРРӘХОВА.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас