14 мартта Өфөлә «Ватандаш» журналы редакцияһы «Геройҙар эҙһеҙ юғалмай» тигән 3-сө акция үткәрә. Маҡсаты - Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында юғалған туғандарҙы эҙләүҙә ярҙам итеү. Акция Башҡортостан Республикаһында «Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте» төбәк бүлексәһе ағзалары менән берлектә үткәрелә һәм Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арнала.
Башҡортостан Республикаһы эҙәрмәндәр отрядтары фондының төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Башҡортостан Республикаһында 127 000 һалдат һәм офицер хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Бер нисә объектив сәбәптәр буйынса эҙләү ауырлашҡан: Советтар Союзының тарҡалыуы, үҙәкләштерелгән мәғлүмәт базаһының булмауы, архивтарҙың емерелеүе, иҫәпләүҙең түбән аныҡлығы, мәйеттәрҙе идентификациялау менән проблемалар, төбәктәрҙә топонимиканың үҙгәреүе, финанслауҙың етешмәүе һ.б.
Әлегә ҡайһы бер ғаиләләрҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың документтары һаҡлана: фронттан хаттар, эҙләү эшендә ярҙам итә алған фотолар. Хаттарҙа ялан почтаһы номеры күрһәтелә, ә фотоһүрәт буйынса һалдат дәрәжәһен белергә мөмкин.
Үткән акцияларҙа ҡатнашыу арҡаһында кешеләр туғандарының ерләнгән урынын белә, ниндәй фронттарҙа һуғышҡандарын һәм кем булып хеҙмәт иткәндәрен, ниндәй госпиталдәрҙә дауаланғандарын асыҡлай. Айырыуса билдәле ғалим Юлай Псәнчиндың миҫалы сағыу, ул үҙенең өс геройы тураһында мәғлүмәт таба алған. Ул тәүге тапҡыр олатаһының награда ҡағыҙын күрә һәм уның батырлығы тураһында белә. Кәрәкле мәғлүмәтте таба алмағандарға эҙәрмәндәр эҙләү эшен ниндәй йүнәлештәрҙә алып барырға кәңәш бирә.
Әгәр һеҙ олатайығыҙҙың йәки ҡартатайығыҙҙың яҙмышын асыҡларға теләһәгеҙ, әммә быны үҙегеҙ эшләй алмаһағыҙ, 14 мартта иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем Матбуғат йортона килегеҙ. Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Үҙегеҙ менән Эҙләү анкетаһын тултырып, юғалған яугир тураһында бөтә билдәле мәғлүмәттәрҙе яҙма рәүештә килтерегеҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда хәбәрһеҙ юғалған Ватан һаҡсыһын
ЭҘЛӘҮ АНКЕТАҺЫ
1 Ф.И.О. военнослужащего.
2 Дата, месяц, год рождения.
3 Место рождения.
4 Военкомат призыва.
5 Дата, месяц, год призыва.
6 Партийность.
7 Образование, по какой специальности.
8 Какое учебное заведение окончил.
9 Воинское звание на момент призыва.
10 Семейное положение.
11 Для женатых — Ф.И.О. жены и количество детей.
Для холостых — Ф.И.О. отца и матери.
12 Где проживала семья с 1941 по 1948 годы с учетом перемещений
(переездов).
13 Сведения о ранении: населенный пункт, где лежал в госпитале, месяц и год.
14 Кто был призван с ним в один день и вернулся, Ф.И.О. вернувшихся (что
известно).
15 Полученные извещения, их копии или содержание.
16 Если родные писали запросы на розыск — копии ответов.
17 Копии писем с фронта (лучше сканы).
18 Фотографии с фронта, записи с оборота (сканы).
19 Всё, что еще со слов родных можете добавить (если есть точная
информация).
20 Индекс, адрес, телефоны (сотовый и городской), Ф.И.О. того, кто ищет, и
степень родства.