Яйыҡ
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март , 13:50

Батырҙар эҙһеҙ юғалмай!

Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләүҙә ярҙам итәләр

Батырҙар эҙһеҙ юғалмай!
Батырҙар эҙһеҙ юғалмай!

14 мартта “Ватандаш” журналы редакцияһы өсөнсө тапҡыр “Батырҙар эҙһеҙ юғалмай” тигән акцияны ойоштора. Уның маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған туғандарҙы эҙләүгә ярҙам итеү. Сара “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте”нең Башҡортостан бүлексәһе вәкилдәре менән бергә ойошторола һәм Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына арнала.

Эҙләү отрядтары фондының республика бүлексәһе мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Бөйөк Ватан һуғышында Башҡортостандан 127 000 һалдат һәм офицер хәбәрһеҙ юғалған, тип иҫәпләнә. Эҙләүҙәрҙең ауырлығы объектив сәбәптәргә ҡайтып ҡала: СССР тарҡалыуы, үҙәкләштерелгән мәғлүмәт базаһы булмауы, архивтарҙың юғалыуы, иҫәпләү алып барыуҙың теүәл булмауы, кәүҙә ҡалдыҡтарының кемдеке икәнен асыҡлау ҡыйынлығы, субъекттарҙа топонимиканың үҙгәреүе, финанслау етешмәүе һәм башҡалар.

Әлегә ҡайһы бер ғаиләләрҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың документтары һаҡлана: фронттан килгән хаттар, фотолар – улар эҙләү эшендә ярҙам итә ала. Хаттарҙа ялан почтаһының номеры күрһәтелә, ә фотоһүрәт буйынса һалдаттың хәрби дәрәжәһен белергә мөмкин.

Үткән акцияларҙа ҡатнашҡан кешеләр туғандарының ерләнгән урынын, ниндәй фронттарҙа һуғышҡанын һәм кем булып хеҙмәт иткәнен, ниндәй госпиталдәрҙә дауаланғанын асыҡлай алды. Был юҫыҡта билдәле ғалим Юлай Псянчин сағыу миҫал булып тора. Ул үҙҙәренең өс батыры тураһында мәғлүмәт таба алды. Олатаһының батырлығы хаҡында белеп, тәүге тапҡыр наградлау ҡағыҙын күрҙе. Кәрәкле мәғлүмәтте таба алмағандарға эҙәрмәндәр эште ниндәй йүнәлештә алып барыу буйынса кәңәштәр бирә.

Әгәр ҙә олатай-ҡартатайығыҙ йә ҡарт олатайығыҙҙың яҙмышын асыҡларға теәләһәгеҙ, 14 мартта иртәнге сәғәт 10-дан алып төшкө 3-кә тиклем Өфөләге Матбуғат йортона килә алаһығыҙ. Ул Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йортта урынлашҡан. Үҙең менән юғалған яугир тураһында билдәле бөтә мәғлүмәтте яҙып килтерергә кәрәк, бының өсөн Анкетаны тултырыу мөһим (ул артабан, ошо яҙма аҫтында баҫылды. Теүәллек өсөн рус телендә көйө килтерәбеҙ – авт.). 

АНКЕТА ПОИСКА

защитника Отечества, пропавшего без вести

в годы Великой Отечественной войны.

  1. Ф.И.О. военнослужащего.
  2. Дата, месяц, год рождения.
  3. Место рождения.
  4. Военкомат призыва.
  5. Дата, месяц, год призыва.
  6. Партийность.
  7. Образование, по какой специальности.
  8. Какое учебное заведение окончил.
  9. Воинское звание на момент призыва.
  10. Семейное положение.
  11. Для женатых — Ф.И.О. жены и количество детей. Для холостых — Ф.И.О. отца и матери.
  12. Где проживала семья с 1941 по 1948 годы с учетом перемещений (переездов).
    13. Сведения о ранении: населенный пункт, где лежал в госпитале, месяц и год.
  13. Кто был призван с ним в один день и вернулся, Ф.И.О. вернувшихся (что известно).
  14. Полученные извещения, их копии или содержание.
  15. Если родные писали запросы на розыск — копии ответов.
  16. Копии писем с фронта (лучше сканы).
  17. Фотографии с фронта, записи с оборота (сканы).
  18. Всё, что еще со слов родных можете добавить (если есть точная информация).
  19. Индекс, адрес, телефоны (сотовый и городской), Ф.И.О. того, кто ищет, и степень родства.

Фото: ойоштороусыларҙан.

 

Автор: Равиля Гатауллина
Автор: Алия Даутова
Читайте нас