Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март , 13:16

"Даға"

 Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Даға"
"Даға"

 Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Был йыр ғәжәйеп һәләтле шағир, яҡташыбыҙ һәм ҡәләмдәшебеҙ Эдгар ағай Вилдановтың һүҙҙәренә һалынды, йәне йәннәттә булһын.

"Даға"
Көмөштән сүкелгән төҫлө
Юлда даға ялтырай.
Шул дағаны алам, тиеп,
Ике ҡулым ҡалтырай.
Даға бәхет килтерә тип,
Күңелкәйем ҡыуана.
Шул тимерҙе түш кеҫәмә
Һалып алдым, диуана.
Күңел хәҙер нисәнсе йыл
Бәхеттәр көтә инде.
Өйҙә ята теге даға,
Тутығып бөтә инде.

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас