Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
11 Март , 04:19

"Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа""Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа"
"Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Мостай Кәримдең "Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа" шиғырынан юлдарҙы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре йыш ҡабатлар ине...   Донъя шулайға әйләнде,  фронт яраларынан һыҙланыусылар әле лә юҡ түгел. Кемдең нисек хәленән килә, уларға тән һәм йән әрнеүҙәрен баҫыуҙа булышлыҡ итергә ынытылырға бурыслыбыҙ!

Өсөнсө көн епшек ҡар яуа,
Өсөнсө көн тоташ, өсөнсө көн
Әрней минең иҫке бер яра.
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.

Тимер ярсыҡ – яра төбөндә.
Тимер ярсыҡ йөрөй тәнемдә,
Әйтерһең, ҡарт гонаһ эйәһе
Әйләнгеләп ҡуя ҡәберҙә.
Шуға күрә әрней ул яра.
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа...

Тимер ярсыҡ ниңә ҡуҙғала?
Ул да, ахры, әрнеп һыҙлана.

Руда көйө уны алыҫта
Ер ҡуйынынан эҙләп таптылар,
Туптар батшаһына һаттылар,
Рурҙа унан мина ҡойҙолар,
Ә Днепрола миңә аттылар.

Ҡандай ҡыҙыл ине таң нуры,
Таң ҡыҙартты үлән ысығын.
Икебеҙгә тейҙе бер юлы
Бер минаның ике ярсығы.

Береһе ҡалды сержант Фоминда,
Текә яр ситендә ҡәберҙә,
Икенсеһе минең тәнемдә.
Ун ике йыл әрней шул яра,
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.

Ҡарҙар ирер, йылы ел иҫһә,
Ҡарҙар китеп барыр, яҙ килһә,
Бәлки, үсем кәмер дошманға,
Тәнемдәге тимер иреһә.

Тынғы бирмәй миңә ул яра,
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас