Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Был йыр ғәжәйеп һәләтле шағир, яҡташыбыҙ һәм ҡәләмдәшебеҙ Эдгар ағай Вилдановтың һүҙҙәренә һалынды, йәне йәннәттә булһын.
“Малайҙар”
Яйыҡтың ялтыр йөҙөнә
Бәреп таштың йәлпәген,
Кәләш алабыҙ... Донъяның,
Эй, бирәбеҙ кәрәген.
Зыҡ ҡубабыҙ, шау киләбеҙ,
Онотолоп киткәнбеҙ.
Кәләш алырға беҙ шулай
Оҫта ғына икәнбеҙ.
Ишмөхәмәт күкрәк ҡаға,
Мин алдым, тип, ун бисә.
Фәсих әйтә: “Мин ун биште
Алған инем,– тип, – кисә”.
– Кисәге бисәләреңде
Бөгөн һанама улай,
Улар инде айырылған, –
Тип ҡаршы төшә Юлай.
Әдиптең бәргән таштары
“Суп” итеп һыуға бата.
– Бер генә кәләш алдым, – тип
Тағы ла таштар ата.
Геү киләбеҙ, таш атабыҙ,
Кәләштәр һаны арта.
Уйланмайбыҙ: киләсәктә
Ниндәй яҙмыштар ята.
Өйләнештек... бик күптәрҙе
Ҡатындары ир итте.
Хатта өҙөлөп һөйгәндәр ҙә
Үҙ ирҙәрен ер итте.
Арабыҙҙан бер нисәүебеҙ
Өсәр ҡатынға етте.
Кемдер – үҙе, ә кемделер
Ҡатыны ташлап китте.
Кемделер әжәл, йәлләмәй,
Йәшләй үҙенә алды.
Яйыҡта һикергән ташы
Яйыҡ төбөндә ҡалды.
Хыял – хыял ғына инде,
Күп саҡта була ялған.
Маңлайға ни яҙылғанын
Кем белһен инде алдан.
Ғүмеркәйҙәр – ағып китер
Яйыҡ һыуҙары икән.
Йылға буйында йөрөгән
Кем малайҙары икән?
Таш аталар, зыҡ ҡубалар –
Шау килә йылға яры.
Бәхетле генә булһындар
Ауылым малайҙары.