– Уйлармын. Тик... хәҙергә бер нимә лә вәғәҙә итә алмайым.
– Бер ай уйла. Миңә сыҡҡанға үкенмәҫһең, – тине Ришат.
Ә үҙенең күҙҙәре?! Иң гүзәл, иң танһыҡ ҡатын-ҡыҙға шулай ҡарайҙарҙыр. Бар кисереше, бар һөйөүе сағыла бит уның күҙҙәрендә. Һүҙһеҙ барыһы аңлашыла.
Наҙгөл уның ышаныслы икәненә шикләнмәй. Тик бер аҙ уйлағыһы килде.
Шәмбе иртәһе ине. Ришат телефоны шылтырауға уянды. Апаһы Наҙгөлдөң дауаханаға ятҡанын әйтте.
Шылтыратып ҡарағайны, телефоны алмай. Дауаханала ҡатынды реанимацияла ята тинеләр, ашығыс рәүештә операция яһағандар икән.
Бик тиҙ барып етте Ришат, врачтарға инеп һөйләште.
Һөйгәненең фатирына барҙы. Ике туған апаһы ҡыҙҙар янында йәшәп тора икән. Уның менән һөйләште.
Ришат балалар янына барып йөрөнө, магазиндан аҙыҡ-түлек һатып алды. Ҡыҙҙарҙы мәктәпкә, баҡсаға үҙ машинаһында илтеп ҡуйҙы, барып алды.
Наҙгөлө янына көн дә барырға тырышты.
Кескәй Айгөл менән ул бик тиҙ дуҫлашты. Иң ҡыҙығы шул булды: Наҙгөлдө дауахананан
күмәкләшеп алырға барғанда кинйә ҡыҙ Айгөл:
— Беҙҙең атай бар. Ул шундай һәйбәт, вәт, – тип белдерҙе. Сабыйҙың ихлас әйткәнен ишеткәс, барыһы дәррәү көлөп ебәрҙе.
Бер айҙан йәштәр өйләнеште.
Ҙурлап туй үткәреп торманы улар. ЗАГС-та яҙылдылар ҙа ҡыҙҙары менән кинотеатрға барҙылар.
Үҙ һүҙендә торҙо Ришат.
Ҡатынына тоғро, ышаныслы тормош юлдашы, ҡыҙҙарға хәстәрлекле атай була алды.
Римма Әхмәтйәнова.