Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Был йыр ғәжәйеп һәләтле шағир, яҡташыбыҙ һәм ҡәләмдәшебеҙ Эдгар ағай Вилдановтың һүҙҙәренә һалынды, йәне йәннәттә булһын.
"Көлгән булам"
Үкһеп-үкһеп бер иларға ине
Хыялдарың сатнап ватылғанда.
Өмөттәрең, күктә йондоҙ кеүек,
Һүнер өсөн балҡып атылғанда.
Үкһеп-үкһеп бер иларға ине
Һөрлөгөп тә ҡолап киткәнеңдә.
Бөгөн ауһаң, иртән аумам, тиеп,
Кисә генә тәүбә иткәнеңдә.
Үкһеп-үкһеп бер иларға ине
Өҙөлгәндә үҙәк-бәғерҙәрең.
Ҡәҙерлем, тип ҡәҙер иткәнеңдең
Алдарында китһә ҡәҙерҙәрең.
Яҙмышыммы? Тормош һуҡмағынан
Ауа-түнә атлап килгән булам.
Үкһеп-үкһеп бер иларға ине...
Көлгән булам әле, көлгән булам.