-4 °С
Болотло
Урам тәҙрәһенән ҡарап торам,
Яйлап ҡына һыҙылып таң ата,
Йома иртәһе, күңелемә рәхәт,
Ярҙамыңдан Аллам ташлама.
Бөтәбеҙгә бүләк ит һин ғүмер,
Борсоу-ҡайғыларҙы алып кит.
Күңел тыныслығы, тәнгә сихәт,
Бәрәкәтле тормош насип ит.
Күктәребеҙ аяҙ, илебеҙ имен,
Тыныс булһын инде йәнебеҙ.
Ил һаҡларға киткән улдарыбыҙ,
Имен-аман әйләнеп ҡайтһындар!
Нәҡип ӘЙҮПОВ,
Озерный ауылы.