Өфөлә йәшәүсе 61 йәшлек пенсионер ҡатын сираттағы мутлашыусылар ҡорбаны булды һәм фатирын, 5,5 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалта.
Бер көн элек ҡатынға билдәһеҙ ир шылтырата һәм үҙен Дәүләт хеҙмәттәре белгесе тип таныштыра. Ул уға Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетына рөхсәтһеҙ инеүҙе булдырмау һәм банк иҫәптәрен һаҡлау һылтауы менән ярҙам тәҡдим итә. Пенсионерҙы ашығыс рәүештә аҡсаларын һаҡлап ҡалыу кәрәклегенә ышандырып, мутлашыусылар уның финанстары менән идара итеү мөмкинлеген ҡулға төшөрә. Шулай итеп ҡатын мутлашыусылар әйткән «Хәүефһеҙ иҫәптәрҙә» аҡсаһын һаҡлап ҡалыу өсөн билдәһеҙ иҫәптәргә 1 миллион һумдан ашыу аҡса күсерә. Шул ғына етмәгән, енәйәтселәр ҡатындың 21 йәшлек улын да алдау схемаһына йәлеп итә. Ул, аферистарҙың күрһәтмәһе буйынса эш итеп, әсәһенең фатир һатыуҙан килгән 4,5 миллион һумдан ашыу аҡсаһын да күсерә. Енәйәтселәр ҡатынды һәм уның улын аҡсалар „хәүефһеҙ иҫәптә“ һаҡланасаҡ һәм бөтә тикшереүҙәр үткәндән һуң кире ҡайтарыласаҡ тип ышандыра. Ялған хеҙмәткәрҙәр менән бәйләнеш өҙөлгәс һәм вәғәҙә ителгән аҡсалар кире ҡайтарылмағас ҡына, ғаилә тоҙаҡҡа эләгеүҙәрен аңлап ҡала. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Әгәр һеҙгә билдәһеҙ номерҙарҙан шылтыратып, Дәүләт хеҙмәттәре йәки банктың именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре менән таныштырһалар, шунда уҡ телефонығыҙҙы һалығыҙ. Дәүләт органдары һәм банк хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да код һорау, ҡушымта ҡуйыу йәки аҡсаны хәүефһеҙ иҫәпкә күсереү талабы менән шылтыратмай. "Хәүефһеҙ иҫәп" юҡ - был мутлашыусыларҙың хәйләһе», - тип иҫкә төшөрәләр йәнә Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығында.