Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март , 14:10

Татлы алманың әсе емеше

Поезд ҡуҙғалып китте. Ҡаршы яҡ ултырғыста әле яңы ғына теле асыла башлаған бала атай-әсәһенең итәгенән төшмәй, ике һүҙҙең берендә: «Атай, атай...», - тип бөтә вагонға яңғыратып хәбәр һөйләй. Зөлфия йәнәшәһендә ултырған оло йәштәге ир, уларға ҡарап: «Бәхетле бала, их, бына ҡайҙа ул бәхет!» - тип йылмайып ҡараш ата. Ә Зөлфиәнең ул баланың тәтелдәүен туҡтатаһы килә. Бала тауышынан арып, асыуы килеп, үҙенең әйткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды: - Әйтерһең дә вагонда үҙҙәре генә...  - Шаярһындар, һөйләшһендәр, «атай», - тип әйтә бит. Ағай Зөлфиә яғына уҡ әйләнеп, асылып китеп һөйләй башланы: -Белһәгеҙ ине, был һүҙҙе ни тиклем тапҡырҙар әйтәһе килгәнем булды икән минең?! Үҙемде белә башлағандан бирле һәр ваҡыт әсәйем менән йөрөнөм. Әсәйемдең йомшаҡ ҡулдары биттәремә ҡағылыуҙары һирәк кенә эләгеүгә ҡарамаҫтан, был минең өсөн оло бәхет ине. Күп, ауыр эштәрҙән һөйәлләнеп бөткән ҡулдар! Ләкин ғүмерем буйы атай ҡулының наҙлауын өмөт итеп, ҡыҙығып, тиҫтерҙәремдән көнләшеп йәшәнем. Әле оноттом булһа кәрәк, типе уйлаһам да, юҡ икән шул. Аллаға шөкөр, атайлылар йәнәшәбеҙҙә оноторға ирек бирмәйҙәр. Ғүмер үтте, йәшем алтмыштан уҙҙы. Унда-бында уҡып, тегене-быны урлап, аҙналар, айҙар буйы әсәйемдең тапҡанын көтөп, ашап ятҡан көндәрем дә күп булды. Әле лә әсәйемә рәхмәт уҡыйым, ҡайтып һыйыныр урыным булды, ҡаҡманы, үҙе минән дә бәхет күрмәне. Бына бөгөн, шуларҙы һиңә һөйләп, мәрхүм әсәйемдән ғәфү һорайым, шул ваҡытта кисергән хәлдәремде аңлатаһым, ишеттерәһем килә. Ул ваҡытта һөйләгән булһам, ул мине аңлаған булыр ине. Ләкин ҡайҙа инде ул, кеше күҙенә күренергә оялып, таң атҡансы эшкә сығып киткән, хәҙер килеп, ҡояш батып, кеше аяғы һил булғас ҡына өйгә ҡайтҡан әсәйгә һөйләп ҡара һин... Әсәһе тураһында хәтирәләргә сумған юлдашын Зөлфиә: - Һүҙегеҙ атайығыҙ тураһында булһа кәрәк ине, - тип, уйҙарынан бүлдерҙе.  - Әлбиттә-әлбиттә, атай тураһында ине шул, - тине уйсанланып ир.  - Ҡайҙа һуң ул, әллә ...

 - Ни булһын уға, иҫән-һау, аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән бер ҙур начальник. Мин кәрәк булдым хәҙер. Ҡарай, ҡараһын, бала сағымдағы аатйһыҙ көндәремде, төндәремде барыбер тултыра алмаҫ. Уның ғүмере ул мәлдәремде барыбер ҡайтармаясаҡ. Бөгөн килеп йәшлек хаталарын төҙәтергә маташып йәшәүе, тик әсәйемде үҙенә ҡаратҡан элекке дәртлелеге, шәплеге генә юҡ, ҡартайған. Йорто шәп, иҫ киткес: мунса-сауна, аш-һыу, кейем-һалым... Көн дә береһен кейһәң дә бөтмәй. Төшөмдә күреп тә хыялланмаған хәлдә йәшәйем уның өйөндә хәҙер.

 - Өйләнергә кәрәк һеҙгә.

Был һүҙҙе ишеткәс, ағай, тауышын бер аҙ күтәреп:

- Өйләнергә? Ниндәй маҡсат менән? Шул да булдымы? Өйләнергә? - тип, береһе артынан икенсе һорауҙарын яуҙырҙы. - Мине ташлаған кеүек ташлап китергәме?

- Нисек инде, атайығыҙ әсәйегеҙҙе ташлағанмы?

- Ташлаһа ғына ярар ине, башын әйләндергән дә, унан ташлап киткән. Бына шул әсе алманың емеше мин... һеҙҙең алда ултырам. «Аңланыңмы инде, һеңлем, кем менән гәпләшеп ултырғаныңды?» тип һораулы күҙҙәрен Зөлфиәгә йүнәлтте. Уға ни барыбер, эсендәген бушатаһы килгән ирҙең зарын тыңлап бара.

- Һин ҡурҡаҡа оҡшамағанһың. Поезд менән һирәк ҡайтаһың булһа кәрәк, күҙең, телең дә эстән генә туҡталыштар исемдәрен ҡабатлай. Мин Саллыға ҡайтам, һиңә ҡайҙа?

- Алабуғаға, - тигәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Зөлфиә.

 - Ярай, һеңлем, ҡурҡма. Ярты юлды һөйләшеп ҡайтырға кешеһен таптым, - тип, үҙ-үҙенә һөйләнеп ҡуйҙы.

- Малай саҡта атай ҡосағында нисек иркәләнәһем килгәнде белһәң ине? Һуғыштан һуңғы йылдар, йортобоҙ иҫке. Башта әмәйемдең әсәһе, өләсәйем менән йәшәнек Унан, өйөбөҙ туҙғас, ауыл советы күрше урамда өй бирҙе. Әсәй менән икебеҙ өсөн заманына күрә матур йорт ине ул. Әсәй шул йортта үлде. Яңы йорт һалып сыға алманы «непутевый» улы менән. Әй, һүҙем атайым тураһында ине бит. Бер кеше лә аңламай мине. «Аҡыллы йүләр», - тиеүселәр бар. Әлегә тиклем был һүҙҙең мәғәнәһенә төшөнгәнем юҡ. «Аҡыллы йүләр», ҡыҙыҡ, эйеме? Эйе, аҡыллы, ҡулым эш белә, ул компьютер тигәндәрен биш минутта яраҡлаштырып бирәм, телевизор, утюг, тағы әллә нәмәләрҙе төҙәтәм. Йүләр тигәне шул эшһеҙлегем, фәлсәфә һатып һөйләшеүем була инде.

«Атай» тип өндәшергә теләгән көндәрем күп булды. Үҙемде белгәндән, аатйлы балаларға ҡыҙығып йәшәнем. Күрше Ғүмәр ағай үҙенең өс малайын өс яҡҡа осороп ҡыйнаған саҡтарында мин, ҡыҙығып, ҡапҡа аҫтынан күҙәтә инем. Атай һуғыуы нисек була икән ул, тип уйлай инем. Бер тапҡыр минең дә йомшаҡ еремә эләкте Ғүмәр ағайҙың ҡулдары. Ҡаты төштө, хәтерҙә, бер-ике көн урындыҡҡа ултырған саҡта үҙен һиҙҙертеп торһа ла, күңелем менән һөйөнә инем, аатйҙар ҡулы эләккән бит егеткә! Иламаным, күңелемдән: бына нисек була икән ул атай ҡулы, ти инем. Ә ҡаршы яҡ күрше Әҙһәм ағайҙың береһенән-береһе бәләкәй өс балаһын, арҡаһына ултыртып, ат булып йөрөгәндәре күҙ алдына килеп баҫа... Минең дә бит, атайҙың иң башын ат итеп ултырып: «Әйҙә, әйҙә, малҡай», - тип, Рауил, Ғәлим, Саматтар кеүек яңғыратып ҡысҡыраһы килмәй инеме?! Әле уныһы ғына, ә урамда балсыҡҡа батҡан малайҙарын мунсаға йыуындырырға алып кереп киткәндә күҙҙәремдән йәштәр йылға булып ағып ҡала ине. Минең дә бит бер алдына, бер артына сығып: «Атай, мин һинең менән генә мунса керәм, мин бит ҙур, ҙур егет әсәһе менән мунса кермәй ул», - тип әйтәһем килә ине. Ә мин ни, мунсаға тәүҙә әбей, унан әсәй менән, үҙемде белә башлағас ҡына үҙем инә башланым. Бына, һеңлем, ҡасан атайҙар кәрәк була икән ул. Ә минең нимә...

- Бала саҡта уны, атай тигәнегеҙҙе берҙе лә күргәнегеҙ булманымы һуң? - тип һорап ҡуйҙы Зөлфиә.

 - Булғыланы. Хәтерҙә: матур сумка, дәфтәрҙәр, өҫ кейеме, мәктәп формаһы, тағы нимәләрҙер алып килделәр. Әсәйем: «Бына, улым, атайың күстәнәсе», - тип, күҙҙәремә күтәрелеп ҡарамайынса ғына уларҙы миңә кейҙертергә аҙапланыуын хәтерләйем Татлы перәник менән дә һыйланы шикелле. Улар киткәс, ни өсөн кейем-һалым миңә. Уны әсәйҙәр ала, һин миңә үҙең, ишетәһеңме, үҙең кәрәк, минең, атай ҡулын тотоп, мәктәпкә бараһым килә. Күрше егеттәр минән көлмәҫ өсөн кәрәк ул миңә, тип, байтаҡ иланым мин. Әсәйем саҡ тынысландырҙы. Кейеп барҙым ебәргән кейемдәрен, матурҙар ине. Ләкин бер кемгә лә атайымдан тип әйтмәнем. Ул кейемде атай алғанға барыбер ышанмайҙар: «Атайың булһа, күрһәт, ни өсөн йәшереп һаҡлайһың?!» - тип әйтерҙәр ине. «АТАЙ» кешенең бүләге менән маҡтанып, малайҙарҙы көлдөрәһем килмәне. Күрше Рәшит, Азаттар, аталарынан ҡасып, тәмәке тартҡанда ла мин уларға эйәрә алмай инем. Уларҙың әсәләре күреп ҡалһа, бөттө, атайығыҙға әйтеп, иманығыҙҙы уҡытам, малайҙар, тигән һүҙҙәре мине туҡтата ине. Әсәйгә әйтеп, уның былай ҙа ауыр эшенә ҡыйынлыҡ өҫтәйһем килмәне. Тартманым, хәҙер ҙә тартмайым. Еҫен дә яратмайым, ә атайҙан ҡасырып тартырға кәрәк булһа, мин дә тартырға өйрәнер инем, еҫе лә оҡшар ине. Атайҙар еҫе бит ул тәмәкелә. Миңә иһә был еҫ сит, белмәйем мин уны. Барлыҡ урам, ҡайҙа көттөм шул тиклем мин уны! Ә ул ваҡытта күрше Сәлим ағай ғына үҙ кәңәштәрен бирҙе: «Егет бул, һынатма, улым!», - тине.

Ошо һүҙҙәр миңә ул ваҡытта өс йыл морфлоттан әйләнеп ҡайтырға көс-дарман биреп торҙо. 

- Әй, юҡты һөйләмә, тиһеңдер инде? Бәлки шулайҙыр ҙа. Ләкин бала кешегә үҫкәндә әсәй менән атай бер иш кәрәк. Малайына өлгө булырлыҡ, уның көслө ҡулдарын тойоп, мунса ләүкәһенә һалып, миндек менән сапҡанда, етте, атай, булды, тип ҡысҡыра-ҡысҡыра мунса керергә кәрәк ул атай кеше. Уның менән ярыша-ярыша шашка-шахмат уйнарға кәрәк. Бергәләшеп бысҡы һабын тартырға, фәһемле кәңәштәрен тыңлар өсөн дә кәрәк ул. Ҡайҙарҙа йөрөгән «АТАЙ» кеше тигәндәре бала сағымда? Уға карата ҡаты булыуымды ла беләм. Ләкин беренсе көндән уҡ атайһыҙ үҫеүем менән бөгөнгәсә килешә алмайым мин. Уға ҡарата насар икәнемде беләм, ләкин унан сығыу сараһын күрмәйем. Ә һин, өйлән, тиһең. Минең бит ҡулдарымдың һуғыуы ла әсәйҙәр ҡулы булһа кәрәк. Әшәке һүҙҙәрем дә шул: «Һай, Иван балаһы!». Икенсе төрлө һүгенә лә белмәй ине әсәйем. Уның мине шулай тип орошоуына ла үпкәләмәйем. Яҡты киләсәк, бәхетле тормош тураһында хыялланған ҡыҙ бала уның хистәрен ергә һалып тапаған кеше тураһында нимә әйтә алһын инде! Бик аңлайым әсәйемде, рәхмәтлемен мин уға. Хәҙерге көндә, яңғыҙ бала үҫтергән әсәйҙәрҙе күреп, күңелем әрней - тағы бер етем, үпкә, моң-зар менән тулы малай-ҡыҙҙар үҫә. Шуларҙың күптәре үҙ эсендә «атай» булырға тейеш орлоҡтарын үҙҙәре үк юҡҡа сығаралар. Ағай, урынынан төшөп, тәҙрәгә күҙ һалды:

- Һиңә төшөргә ваҡыт, һеңлем, бер аҙҙан Алабуға.

 Зөлфиә, юлдашының ауыҙына ҡарап ултырып, ҡайтып еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған икән.

-Мин һөйләгәндәрҙе теркә, һеңлем.Һин ошо яҙмаң менән матур, бәхетле тормош тураһында хыялланған ҡыҙҙарыбыҙҙы һаҡлап ҡала алырһың ихтимал.Һин яҙғандарҙы уҡып, ҡандары ҡайнап торған, ҡайҙа ла булһа барып һөйәлергә белмәй йөрөгән ике-өс йәш кеше йә унан да күберәктер үҙҙәренең насар ғәҙәттәренән арынырҙар бәлки.Бына минең кеүек алтмыштан артып барғанда ла «атай» һүҙен әйткән балаларҙан көнләшеп ҡарарлыҡ булмаһын.

Поезд туҡталышҡа яҡынлашты, Зөлфиә, ағайға иҫәнлек-һаулыҡ теләп, сығыуға йүнәлде.Башҡа һис бер нәмә лә әйтә алманы ул. Ниндәй өгөт-нәсихәт, кәңәш бирә алыр ине ул?Әлеге абзыйҙың йән йәрәхәтен уның үҙе кеүек кем аңлаһын һуң?Кисер, ағай!Ул бит ике ғашиҡтың ҡайнар мөхәббәтенән тыуған емеш.Шул уйҙар менән тыуған йорт ишеге ҡапҡаһы төбөнәҡайтып етеп, ҡыңғырауға баҫыуға, Зөлфиә атаһының яғымлы тауышын ишетте.

-Кем бар унда?

Ҡапҡа асылып китеүгә, ул, күҙ йәштәренә уралып, атаһының ҡосағына һығылып төштө:

Атай, атай, атай!.

Автор: Алия Даутова
Читайте нас