Яйыҡ
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март , 08:52

"Аҡса! Аҡса!"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Аҡса! Аҡса!"
"Аҡса! Аҡса!"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Мәүлит Ямалетдинов "Аҡса! Аҡса!" (робағиҙар циклынан)

Бөтә ерҙә ишетелә: “Аҡса! Аҡса!”

Ҡарты-йәше шул һүҙ менән ауыҙ аса.

Унан өркөп, кешеләрҙең күңеленән,

Әйләнеп тә ҡарамаҫтан мөрхәт ҡаса.

Берәү уйлай: ялға ҡайҙа китергә?

Берәү уйлай: нисек донъя көтөргә?

Ярты кешелек табына, яртыһы

Ләғнәт уҡый аҡса тигән көфөргә.

Ҡушымта:

Әллә ниңә һис яратмай аҡса мине –

Тормай, ташлап китә хатта һуҡыр тине.

Ә мин уға инәлмәйем! Кемдер бер саҡ:

“Һөймәгәнгә һөйәлмә, улым”. – тине!

 

Илдең ярты халҡы кредит ҡармағында,

Ҡалғандары – фәҡирлектең аръяғында.

Кеше ерҙә мәңге шулай сәбәләнә

Тормош менән хәйлә ҡормош араһында.

Әй, ҡатмарлы, әй, мәхшәрле замана!

Берәү байый, берәү көн дә ямана.

Һәр береһен үҙенсәләп әүрәтеп,

Заманалар заманаға ялғана.

 

Эш торһасы затлы-затлы кейемдә!

Бөтә хикмәт башыңдағы мейеңдә.

Килер бер көн: йыйған бар мөлкәтең

Һыпырылып тороп ҡалыр өйөңдә.

Матди байлыҡ – мин-миндәрҙең кейеме,

Бер саҡ ятып серер сүп-сар өйөмө.

Ошоларҙы белә-күрә, байлыҡҡа

Барыбыҙ ҙа ынтылабыҙ, эйеме?!

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас