Яйыҡ
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март , 10:46

“Урал батыр” үҙәгенә әйләнәйек

С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында башҡорт халҡының иң олуғ милли ҡомартҡыһы – “Урал батыр” эпосы буйынса тантана үтте.

“Урал батыр” үҙәгенә әйләнәйек
“Урал батыр” үҙәгенә әйләнәйек

С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында башҡорт халҡының иң олуғ милли ҡомартҡыһы – “Урал батыр” эпосы буйынса тантана үтте. “Пушкин картаһы” федераль проекты сиктәрендә ҡаланың мәктәп уҡыусыларына сәхнәләштерелгән тамаша тәҡдим ителде.

Бик-бик сағыу һәм мәғәнәле, тәрбиә яғынан баһалап бөткөһөҙ әһәмиәтле килеп сыҡты! Башта, әлбиттә,  ҡурайҙа “Урал” көйө башҡарылды.  Колледж уҡытыусылары Айнур Суфиянов, Сания Исмәғилева, Александр Шумков  тасуири итеп эпостан өҙөктәрҙе һөйләнеләр. Данлыҡлы көрәшсе Александр Александровичтың  саф башҡорт телендә телмәре айырыуса йоғонто яһаны беҙгә, телде әҙәби кимәлдә  өйрәнеүҙе  үҙенә маҡсат итеп ҡуйған уҙамандың бындай сығышы, ысынлап та, ғәжәпләндерерлек. Һәм һоҡландыра!

 “Ай Йола” төркөмө хәҙер Башҡортостан-Рәсәйҙә генә түгел, бар донъяла дан алды. Һәм “Урал батыр” эпосының данын бөтә донъяға тараттылар. Нәҡ уларҙың  дәртле музыкаль композицияһына йәш артистар күҙҙең яуын алырлыҡ тарихи костюмдарҙа сәхнәгә баҫтылар. Эйе, “Ҡойон” ансамбле сараның биҙәге булды – “Башҡорт казактары”, “Һомай бейеүе”.  Сығарылыш курс студенткаһы Айһылыу Сәитғәлина (остазы  Юлиә Зәйнышева”) фәҡәт эпосҡа диплом эшен бағышлап, матур бейеү ҡуйған. “Аҡбуҙат һәм Урал” алҡыштарға күмелде, имтихандарҙы көтмәйенсә, әленән үк “бишле” билдәһен ҡуйырлыҡ! Һөлөктәй егеттәр, талдай һығылмалы ҡыҙҙар: йәштәр  былай ҙа һөйкөмлө  була, ә өҫтәүенә бейеүселәр икән – күҙ теймәһен өсөн, собханаллаһ, тип кенә һоҡланып күҙәтерлек. Бер бөтөн сәхнә әҫәре итеп ҡоролған тамашаға ҙур экрандан йәнһүрәт күрһәтеү ҙә йәм өҫтәне. Влад Зәйнәғбдинов һәм Юлия Зайнышева сараны бик матур итеп алып барҙылар.

Тамашаның сценарист һәм режиссеры – Гөлназ  Ғайсарова. Хореогафия уҡытыусыһы. Абҙаҡ ауылынан. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт училищеһын, Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлаған белгес. Оҙаҡ йылдар  Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында, Учалы филармонияһында хеҙмәт итә. “Урал батыр” эпосы менән күптән һәм бик ихлас шөғөлләнә.

-Кинәт кенә уйлап, кинәт кенә бойомға ашырған сара түгел был! – ти Гөлназ Рәис ҡыҙы.- Тиҫтә ярым йыл элек уҡытысыбыҙ Гүзәл Уҙаҡбаева кейеҙҙән костюмдар яһауға тотона, студенттарҙы йәлеп итә. “Урал батыр” персонаждары коллекцияла айырым урын ала. Улар менән ниндәй генә конкурстарҙа ҡатнашманыҡ та, ниндәй генә приздар алманыҡ! Хатта, илебеҙҙә иң билдәле модельер Вячеслав Зайцев һоҡлана, эпосты уҡырға теләк белдерә. Былтыр Учалы ҡалаһында Урал батырға һәйкәл асылыу бар башҡорт халҡы өсөн тарихи ваҡиға булды тип иҫәпләйем. Эпостағы күп ваҡиғалар беҙҙең ерҙәрҙә бара,  бөгөнгө көндә лә халҡыбыҙҙың иң бөйөк юлбашсыһына арналған төрлө саралар үткәрелә башланы, иманым камил, Учалы Урал батырҙың  рухи мираҫының үҙәгенә әйләнергә тейеш!

  Гөлназ ханымдың был һүҙҙәре менән тулыһынса килешәбеҙ.  Гәзиттә яҙҙыҡ инде: Урал – Ислам диненә ҡәҙәр башҡорт халҡына айырым  ебәрелгән  тәүге пәйғәмбәр, Йәнбирҙе менән Йәнбикә – Әҙәм менән Һауа тип фараз итергә, хатта, ышанырға тулы хаҡыбыҙ бар бит беҙҙең. Был тамашаның да изге Рамаҙан айында үтеүе  бер ҙә осраҡлы булып тойолманы беҙгә!

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас