Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Был йыр ғәжәйеп һәләтле шағир, яҡташыбыҙ һәм ҡәләмдәшебеҙ Эдгар ағай Вилдановтың һүҙҙәренә һалынды, йәне йәннәттә булһын.
"Һөймәгәнгә һөйәлдем"
Һөймәгәнгә һөйәлдем шул...
Һөйөлмәй һөйөп туҙҙым.
Бәхетле генә булам, тип
Бәхетһеҙ юлдан уҙҙым.
Бәхетле генә булам, тип
Бәхетһеҙ юлдан уҙҙым.
Һине уйлаһам өҙөлә,
Һыҙлана йөрәк-бауыр.
Һинһеҙ ҙә йәшәй алмайым,
Һинең менән дә ауыр.
Һинһеҙ ҙә йәшәй алмайым,
Һинең менән дә ауыр.
Һиңә тик бер ҡарашыңдан
Күптәр ғашиҡ булғандыр.
Тик буйҙары етмәйенсә,
Аҡылдарын юйғандыр.
Тик буйҙары етмәйенсә,
Аҡылдарын юйғандыр.
Аҡыллыны алйот иткән,
Иҫәр иткән һиндер ул.
Шул иҫәрҙәр араһында
Иң иҫәре миндер ул.
Шул иҫәрҙәр араһында
Иң иҫәре миндер ул.