«Тормош- ул театр, ә кешеләр унда актерҙар», - тип билдәле драматург Бернард Шоу юҡҡа ғына әйтмәгән.
Эйе, был тормошта һәр кем үҙ ролен башҡара, ғүмер-яҙмышын уҙе төҙөй.
Кемгәлер, был театр тип аталған тормошта ыңғай ролдәрҙе башҡарырға, ә берәүҙәргә тиҫкереләрен уйнарға тура килә. Күренекле Рәсәй педагогы, автор һәм уйлап табыусы Евгений Ямбург " Өсөнсө ҡыңғырау. Мәктәп сәхнәһе театры практикаһы" исемле китабын яҙған була.
Был хеҙмәтендә ул тәү сиратта балаларҙы театр аша тәрбиәләү методикаһын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Уның ғилми эшенең нигеҙендә Йохан Хейзинг тәҡдим иткән "Homo Ludens" –« Уйнаусы кеше" концепцияһы ята. Хейзинг фекеренсә кешелек мәҙәниәте нигеҙҙә уйынға ҡоролған. Был теорияны өйрәнеп, Ямбург үҙенең практикаһында ла ҡулланырға була. Ул уҡыусылар менән бер нисә спектакль ҡуя һәм шундай һығымтағә килә: сәхнәлә уйнап, балалар психологик һәм эмоциональ яҡтан тормош тәжрибәһе туплайҙар. Улар үҙҙәре уйнаған персонаждарҙың ҡылыҡтарын, көйөүҙәрен күңелдәре аша үткәрәләр һәм дөйөм һығымтаға киләләр. Сәхнәлә уйнау уларҙы тәртипкә өйрәтә, уңайһыҙланыуҙан арындыра, ҡыйыулыҡ өҫтәй.
Үҙемдең утыҙ йылға яҡын балалар йортонда эшләү дәүеремдә төрлө йылдарҙа тәрбиәләнеүселәрем менән тиҫтәләгән пьесалар, әкиәттәр һәм сценарийҙар сәхнәләштерергә тура килде. Тәүҙә эш башлаған йылдарҙа бихисап сәхнә әҫәрҙәре менән яҡын-тирә ауылдарҙа сығыштар яһап йөрөнөк. Йәш артистарым менән ниндәй генә әкиәтте, йә спектаклде сәхнәләштерһәк тә, шул тиклем репетицияларға теләп йөрөйҙәр, бирелеп уйнайҙар ине сәхнәлә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, заманында театрҙа уйнаған уҡыусыларымдың һәм тәрбиәләнеүселәремдең сәхнә тормошона ғашиҡ булып, бирелеп уйнауҙарын, киләһе спектаклде ҡуйғанды түҙемһеҙлек менән көтөп алыуҙарын иҫләһәм, бик мөһим эш менән булғаньыҙ икән, тип уйлап, шатланып ҡуям.
Иң мөһиме, театрҙа уйнаған балаларҙың холок-фиғеле ыңғай яҡҡа үҙгәреүен, мәктәптә өлгәштәре яҡшырыуын күреү миңә әйтеп бөткөһөҙ көс өҫтәй ине шул саҡ.
Учалы балалар йортоноң юбилейы айҡанлы йыйылған саҡта мин ойошторған театрҙа сығыш яһаған элекке тәрбиәләнеүселәрем тап театрҙың уларҙы яҡшы яҡҡа үҙгәртеүен, уҡыуҙа ла, эштә лә, спортта ла, мәҙәни сараларҙа ла уңыштарға ирешергә булышлыҡ итеүен билдәләп китеүҙәре минең өсөн әйтеп бөткөһөҙ ҡыуаныс хистәре тыуҙырҙы. Ысынлап та, сәхнәлә уйнаған балалар яҡшыны ямандан, эскерһеҙлекте ҡомһоҙлоҡтан айырырға өйрәнә. Бер һүҙ менән әйткәндә, театр сәхнәһе баланы бар яҡтан тәрбиәләй, үҫтерә, уның төрлө яҡлап һәләттәрен аса.
Минең китаптар булып баҫылып сыҡҡан күп эштәрем төрлө йәштәге балаларҙың сәхнәләге сығыштары өсөн ижад ителгәндәр. Ул китаптар башҡорт һәм рус телдәрендә. Теләге булған педагогтарға уларҙы рәхәтләнеп сәхнәләштерергә генә ҡала ла инде. Үкенескә ҡаршы, районыбыҙҙа мәктәп театрҙарының бик аҙ күләмдә булыуы эсте бошора. Ә бит, тәрбиәүи яҡтан ҡарағанда, театрҙың көсө әйтеп бөткөһөҙ бит ул... Уйлауымса, һәр мәктәптә театр түңәрәктәренең эшләп килеүе ул мотлаҡ эш булып торорға тейеш.
Яңы йыл алдынан минең клуб сәхнәһе өсөн сираттағы китабым Өфө ҡалаһында баҫылып сыҡты. Был китапты баҫтырыу өсөн клуб хеҙмәткәрҙәренең йыш ҡына миңә драмалар, пьесалар, сценарийҙар һорап мөрәжәғәт итеүҙәре этәргес көс булды. Китапҡа Бөйөк Ватан һуғышы, МХО һуғышы темаларына арналған драмалар, төрлө байрам, фольклор сараларына сценарийҙар ингән. Әйҙә, клуб хеҙмәткәрҙәре алһындар, эштәрендә файҙаланһындар, тип әйтке килә. Китаптар күп ҡалмаһа ла, әлегә бар, үҙемә мөрәжәғәт итергә кәрәк буласаҡ. Һүҙемде тамамлап шуны әйтер инем, театр сәнғәттең борондан килгән бер жанры ул. Уның тәрбиәүи яҡтан әһәмиәте булмаһа, ул бөгөнгө көндәргә тиклем килеп етмәҫ ине. Шуға ла минең теләк, мәктәптәрҙә театр сәнғәтенә күберәк иғтибар бүлергә, уҡыусыларҙы йәлеп итергә, уларҙың һәләтен төрлө яҡтан асырға кәрәк, тип уйлайым һәм һирәк булһа ла мәктәптәрҙә эшләп килгән театр түңәрәктәренә, әүҙем рәүештә драмалар, пьесалар сәхнәләштергән клуб сәхнәләренә ҙур уңыштар теләйем!
Әнисә Фәррәхова,
драматург, РФ һәм БР Журналистар Союзы ағзаһы