Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Был йыр ғәжәйеп һәләтле шағир, яҡташыбыҙ һәм ҡәләмдәшебеҙ Эдгар ағай Вилдановтың һүҙҙәренә һалынды, йәне йәннәттә булһын.
"Уйын ине"
Бик йыш ҡына хәтер алып ҡайта
Бала сағым, тыуған яҡтарға.
Яйыҡ һыуҡайҙарын диңгеҙ итеп
Кәритәлә йөҙгән саҡтарға.
Яйыҡ һыуҡайҙарын диңгеҙ итеп
Кәритәлә йөҙгән саҡтарға.
Ҡулдар – ишкәк, ялғаш карап ине,
Капитандар инек үҙебеҙ.
Уйын ине, батһаҡ, батырһаҡ та,
Һис тә китмәй ине иҫебеҙ.
Уйын ине, батһаҡ, батырһаҡ та,
Һис тә китмәй ине иҫебеҙ.
Ул миҙгелдәр үтте инде күптән...
Хәҙер беҙ бит өлкән ағайҙар.
Ә ағайҙар батыу, батырыуҙы
Икенсерәк итеп аңлайҙар.
Ә ағайҙар батыу, батырыуҙы
Икенсерәк итеп аңлайҙар.
Бата, батыралар, һис аяу юҡ,
Хәйләһеҙҙәр сума иң элек.
Бер-беренең башын ашай-ашай
Ғүмер итә икән кешелек.
Бер-беренең башын ашай-ашай
Ғүмер итә икән кешелек.