Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Мәүлит Ямалетдинов "Яҙ ҙа үтә!" (робағиҙар циклынан)
"Яҙ ҙа үтә".
Һаман ҡайтмай көҙ киткән ҡоштарыбыҙ.
Ҡайҙа аҙаштылар икән ҡанатлы дуҫтарыбыҙ?
Юҡҡа түгелдер ҡоштарҙың биҙеүе илебеҙҙән –
Беҙҙе мәңгелеккә ташлап китәлер ҡоттарыбыҙ.
Юҡҡа түгелдер ҡоштарҙың биҙеүе илебеҙҙән –
Беҙҙе мәңгелеккә ташлап китәлер ҡоттарыбыҙ
Яҙ яҙлығын итә – шиңә ҡыш ғүмере,
Ер уяна, ағастарҙа шартлай бөрө.
Ҡыш хөтбәһе тамам. Йыһан китабынан
Миҙгел тигән имам уҡый яңы сүрә.
Ҡыш хөтбәһе тамам. Йыһан китабынан
Миҙгел тигән имам уҡый яңы сүрә.
Яҙ. Ер өҫтөн ҡаплап алды йәм-йәшеллек.
Бына тағы осоп килде һантый кәкүк.
Ул һарһылып саҡырғанға түҙә алмай,
Йәш ғүмерҙәр әйләнер ҙә ҡайтыр кеүек.
Ул һарһылып саҡырғанға түҙә алмай,
Йәш ғүмерҙәр әйләнер ҙә ҡайтыр кеүек.
Миҙгел килә, миҙгел китә – ҡануны шул,
Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтә – ҡануны шул.
Оҙартырға ни хәл итеп ҡараһаң да,
Иҫәп-хисап көнө етә – ҡануны шул.
Оҙартырға ни хәл итеп ҡараһаң да,
Иҫәп-хисап көнө етә – ҡануны шул.