Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Был йыр ғәжәйеп һәләтле шағир, яҡташыбыҙ һәм ҡәләмдәшебеҙ Эдгар ағай Вилдановтың һүҙҙәренә һалынды, йәне йәннәттә булһын.
"Яңы замана"
Заманы шулай инеме?
Бер ҡатлы булып үҫтек.
Дуҫыбыҙ һыуға ингәндә,
Беҙ ҙә шул һыуҙы кистек.
Эш атҡарһаҡ, үҙебеҙ тип
Файҙаға ҡайырманыҡ.
Ололарҙы аҡыллыға,
Иҫәргә айырманыҡ.
Бер ҡатлы булып үҫтек шул,
Хәҙер тормош үҙгәрҙе.
Тәгәрәтә, тәкмәсләтә
Ул беҙҙең кеүектәрҙе.
Бер ҡатлы булып үҫтек шул,
Күңелебеҙ саф ине.
Кешелекле булып йәшәү
Барыбыҙға хас ине.
Донъя шундай матур ине –
Ҡара яғын күрмәнек.
Хәйләләүҙең, алдашыуҙың
Ни икәнен белмәнек.
Аҙым һайын алданабыҙ,
Был донъяға ни булған?
Кирегә ҡайтыр юлдар юҡ,
Ә алда – шырлыҡ, урман
Һәрмәнеп донъя көтәбеҙ:
Ҡайҙа ҡара, ҡайҙа аҡ?
Баш осонда – хәйлә, мәкер,
Ә тормош – үҙе йомаҡ.