Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Мәүлит Ямалетдинов "Хәмер" (робағиҙар циклынан)
"Хәмер"
Хәмер килеп ойоланы өйөңә,
Хужа булды йөрәгеңә, мейеңә.
Иҫеректәр иҫәпкә бар, һанға юҡ –
Күптән шуны көткән дошман һөйөнә.
Эйе, тормош тигәндәре харап, имеш,
Дарыуына ыу ҡушылған шарап, имеш.
Барыһына күҙҙе йомоп, төп күтәрә
Эсәм тиһәң, уныһы ла харам, имеш.
Ун бәләнең егермеһе – әлеге шул хәмерҙән.
Тик көлөргә ашыҡма был сәйерерәк хәбәрҙән.
Бәләләрҙең унауынан был доъяла интекһәң,
Унауынан әхирәттә ут йоторға әҙерлән.