Тыуған яҡтарымдан ҡайтып килешләй, ҙур булмаған ауылдың магазинына туҡталдыҡ. Көн эҫе, ныҡ һыуһаған инек. Ҡатыным һыу алырға тип магазинға йүнәлде. Машинала йөрөүҙең рәхәтлеген һәр кем белә, тик йәй алғы быялаһына йәбешкән себен, бөжәктәрҙең һытылған ҡалдыҡтарынан таҙартыуы мәшәҡәт тыуҙыра. Мин ваҡыттан файҙаланып, машинаның быялаһын таҙартырға тотондом. Ҡатыным магазинда оҙаҡламаны, таныш түгел ҡатынға эйәреп сыҡты. Машина эргәһенә килгәс ҡатыным:
– Минең иптәшем, – тип исемемде әйтеп беҙҙе таныштырҙы.
Ят ҡатын:
– Гөлсәсәк, – тип мөләйем генә йылмайып ҡулын миңә һуҙҙы.
Ҡатыным:
– Йәш саҡта заводта бер цехта эшләнек. Гөлсәсәк сәйгә саҡыра, әйҙә инәйек, инмәһәк йә үпкәләр, бер аҙ ял да итәрбеҙ – тигәс, ҡуҙғалырҙан алда мин, артҡа боролоп ҡарап:
– Ҡайҙа табан барырға? – тип һораным.
Гөлсәсәк:
– Бына, алдағы тыҡырыҡҡа борол да, уңдан өсөнсө өй була, – тип юлды өйрәтте.
Мин, күрше өйҙәр рәтендә, тәпәш кенә, башҡаларҙан ныҡ айырылып етемһерәп ултырған өй ҡаршыһына машинамды туҡтаттым. Иҫкереп бер яҡҡа ҡыйшайған бәләкәй ҡапҡа аша үткәс, Гөлсәсәк уңайһыҙланғандай:
– Бына ошо инде минең доньям, – тип һөйләнеп алдан атланы.
Таҡтанан төҙөлгән, бәлки, заманында унан да ҡупшыраҡ, ә ваҡыт үтеү менән иҫкереп бер яҡҡа ҡыйшая төшкән солан аша, өйҙөң тәпәш кенә ишегенән үткәс, боронғоса һаҡланған алғы бүлмә, һул яҡлап ишеккә яҡын өҫтөнә һуғылған балаҫ түшәлгән урындыҡ күҙгә ташланды. Төп яҡ бүлмәнән:
– Гөлсәсәк һинме, балам, ҡайттыңмы? – тип өндәшкән хәлһеҙ генә тауыш ишетелде.
– Эйе, мин әсәй – тип Гөлсәсәк яуап бирҙе лә, сәйгүнгә һыу өҫтәп газ плитаһына ҡуйҙы.
– Бына ошонда, тыуған ауылымда, тыуған тупһамда, ҡарт әсәйемде ҡарап, йәшәп ятыу. Зәғиф улымдың быйыл бише тулып, алтынсы йәшкә китте.
Гөлсәсәк өҫтәлен әҙерләгән арала хәбәрен теҙҙе.
– Әсәйҙең пенсияһына һәм улымдың инвалид пособияһына йәшәйбеҙ. Аллаға шөкөр етә, етмәһә тартып һуҙып еткерәһең инде башҡа сара юҡ
– Әсәйең нисә йәштә? Ҡарт булғас, пенсияһы апаруҡтыр, – тип ҡатыным һораны.
– Әсәйем һикһәнде үтеп туҡһанды ҡыуа, ауырый, күпкә бармаҫ... Әйҙә, өҫтәлгә яҡынлағыҙ, ҡулығыҙҙы сайҡаһағыҙ, ҡул йыуғыс мейес аралығында.
Сөйҙәге таҫтамалдың таҙалығын тикшергәндәй ҡулына алып ҡарағас, урынына элде. Өҫтәл артынан урын алдыҡ. Гөлсәсәк кәсәгә сәй ағыҙҙы ла әсәһе ятҡан төп яҡҡа сығып китте.
Мин, хужабикә юҡлыҡтан файҙаланып, алғы өйҙөң эсен байҡай башланым. Ике бүлмә араһында ҙур ғына мейес, уға төкәтелеп усағы, ҡаҙаны иғтибарҙы тартты. Хәҙерге заманда ауыл ерендә, ундай мейес бик һирәк һаҡланып ҡалған. Ҡалһа, ҡарт-ҡороларҙың донъяһында ғына барҙыр. Мейес эргәләп биҙәкле материалдан шаршау һуҙылған.
Гөлсәсәк уңайһыҙланғандай:
– Һеҙҙе, ҡунаҡтарҙы ҡарарға ла ваҡыт юҡ, – тип ҡабаланып кәсәләргә сәй ҡоя башланы, әллә ни артыҡ һый юҡ, ғәйепләмәгеҙ, барынса ашап ултырығыҙ.
– Шамил, балам, сәй эсәһеңме? Эсһәң хәҙер яһап килтерәм, – тип шул уҡ төп яҡтағы малайына өндәште.
Малайы:
– Һуңынан эсәрмен әсәй, әлегә эсәһем килмәй, – тип яуапланы.
Гөлсәсәк алсаҡ ҡатын булып сыҡты. Үҙе тураһында ентекләп һөйләргә уйлап, һүҙен дауам итте. Мин алдыма ҡуйылған сәйемде ара-тирә йотам, ҡаршымдағы ҡатынға күҙ йүгертәм. Бөҙрәләнеп торған ҡуңғырт сәстәренә сал төшә башлаған. Йөҙөндә, күҙ тирәләп йыйырсытар барлыҡҡа килгән.
Ҡыҙ сағында сибәр генә булғандыр тип уйланам.
– Эт күрмәгәнде күрҙем, Ҡазанда үткән алты йыл эсендә, бер кемде лә ғәйепләмәйем. Барыһына үҙем ғәйепле.
– Һине, Ҡазандан командировкаға килгән инженер менән Татарстанға киткән икән тип ишеткән инем, шул ысын булдымы? – тип ҡатыным һорап ҡуйҙы.
– Эйе, алйотлоғом арҡаһында, бына тигән иремде, ике сабый баламды ташлап, шул елғыуарға эйәреп китеүемә һаман да үкенеп бөтә алмайым. Таҫма телләнеп тау-тау вәғәҙәләр биреп артымдан бер тотам ҡалмай ике ай эсендә башымды әйләндерҙе. Үҙенең сибәрлеге менән, теле менән, мин алйоттоң йөрәген яуланы. Ҡазанда, фатиры бар имеш, ҡатыны менән айырылышҡан, ирекле кеше тип, күкрәк һуғып маҡтанды. Ҡатыны менән айырылышыуы дөрөҫ, тик фатиры түгел, ә ғаиләлеләр өсөн бирелгән дөйөм ятаҡта, ун ике квадрат метр бүлмәһендә йәшәй ине. Телгә бөткән зимогорҙың йөрөгән ере һайын һөйәркәһе булғанын кем белгән. Төҫкә сибәр, модалы ғына кейенә белгән йәш иргә, күптәр бер күреүҙә ғашиҡ булғандарҙыр, минең кеүек алйоттар әҙме донъяла. Йәшәй башлауыбыҙға бер йыл тулыуға, ауырлы икәнемде белгәс, ҡарашы үҙгәрҙе. Эсеп һуңлап ҡайта башланы. Тауыш сығарһаң, ҡул күтәреүҙән дә тартынманы. Ауырыңды алдыр, беҙгә хәҙергә бала кәрәкмәй, мин ирекле йәшәргә теләйем, тип бәйләнде. Алдырырға ваҡыты үткән ине. Балабыҙ ғәрип булып тыуҙы. Гөлсәсәк йәшле күҙҙәрен алъяпҡысының осона һөрттө. Улыма биш йәш тулғансы түҙҙем дә, ни булһа ла булыр тип кире Күмертауға ҡайтып төштөм. Ауылдағы яңғыҙ әсәйемде лә уйланым.
Автовокзалда автобустан төшкәс, инвалид колясканы этеп ҡулымдағы сумаҙанымды тотоп ҡала урамынан атлайым, үҙемдең башымда мең төрлө уйҙар ҡайнаша. Хәмит өйләнгән булһа... өйләнгәндер, уның кеүек аҡыллы ирҙәр юлда ятмай. Бисәһе юҡ, тигәнде ишетһәләр үҙҙәре килеп ишек төбөндә һағаларҙар, ҡармаҡҡа эләктерергә торған яңғыҙ бисәләр әҙме. Квартирлы яңғыҙ ирҙе көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә таба алмаҫһың. Фатирҙың ҡыңғырауына баҫырмын, ә унан ят бисә ишекте асыр. Үҙемде кем тип әйтермен, фатирҙы бутағанмын тип әйтерменме? Ошо башҡа һыймаҫ уйҙар уйлап ирем, ҡасандыр үҙем донъя көткән, биш ҡатлы йорттоң подъезына килеп еткәнемде лә һиҙмәнем. Эскәмейәлә бер аҙ ултырып хәл алғас, ни булһала булыр тип икенсе ҡатҡа күтәрелдем. Ишекте ҙур ҡыҙым Айгөл асты.
– Һеҙ кем булаһығыҙ, кем кәрәк? – тип бер миңә, бер ғәрип улыма текләне.
Йөрәгем өҙөлөп төшкәндәй булды. Ҡапыл да нимә тип әйтергә лә белмәй юғалып ҡалдым. Алты йыл ғүмер үтте балаларымды, иремде ташлап киткәнгә. Мин ташлап киткәндә өлкән ҡыҙым беренсе класта уҡый ине. Бәләкәй ҡыҙыма дүрт йәш ине. Танырға тейеш тә инде, әллә ошо ваҡыт эсендә бөтөнләй үҙгәрҙемме икән тигән уй йәшен тиҙлегендә мейемде ярып үтте. Тамағыма килеп тығылған төйөрҙө көскә йотоп ебәрҙем дә:
– Ҡыҙым! Айгөл, был мин, әсәйең, – тип көскә өндәшергә көс таптым.
Айгөл:
– Беҙҙең әсәйебеҙ юҡ, ул беҙҙе күптән ташлап китте. Һеҙ ят кеше, мин Һеҙҙе танымайым...
Эргәһенә килгән бәләкәй ҡыҙым Азалия, ҡыҙыҡһынып миңә текләне. Бер аҙ һүҙһеҙ генә бер-беребеҙгә ҡарашып торҙоҡ. Мин дә телемде йотҡандай, ни тип әйтергә лә һүҙ тапмайым, хатта ирендәремде ҡыбырҙатырға ла хәлемдән килмәй.
– Атайығыҙ эштәме? Апай алып ҡайтманымы? – тип һораған булдым.
Айгөл теләр-теләмәҫ кенә:
– Атай эштә, ҡәрсәй үлде бер йыл элек, башҡа һорауҙарығыҙ бармы? – тине лә ишекте япты.
Мин күҙ йәштәремә быуылып, улымды ҡулыма алдым да, колясканы һөйрәп тышҡа атланым. Башыма күҫәк менән һуҡҡандай, йөрәгем туҡтағандай булды. Улай уҡ булыр тип уйламаған инем. Бер аҙ урамда йөрөп әйләндем дә, эскәмйәлә ултырып, иремдең эштән ҡайтыуын көттөм.
Кис етте. Эштән ҡайтыусы ир-ат, ҡатын-ҡыҙҙар үтә башланылар. Бына ниһәйәт, эштән ҡайтып килеүсе ирем күренде. Йөрәгем урынынан сығырҙай булып дарҫылдап тибә башланы. Ҡаушап төштөм дә, ниңә уны көтөп ултырҙым икән, һәтәү, унан тағы ниндәй һүҙҙәр ишетергә тура килер икән, ауылға, әсәйем янына ҡайтып китергә генә булған бит, оятһыҙ, тип үҙемде үҙем әрләй башланым. Ирем миңә яҡынлашҡас, уңайһыҙланып ҡына урынымдан тороп баҫтым.
Уның тыныс ҡына әйтелгән тәүге һүҙе:
– Ҡайттыңмы?..
Мин ниндәй генә һүҙҙәр ишетергә лә риза инем, тик тыныс ҡына әйтелгән был һүҙгә ҡарағанда, сикәмә сабып ебәрһә мең артыҡ булыр ине.
Гөлсәсәк йәшле күҙҙәрен алъяпҡысына һөрттө лә, уйға ҡалғандай тынып ҡалды.
– Ә иреңдән законлы айырылып киттеңме? – тип ҡатыным һорап ҡуйҙы.
– Юҡ, беҙ айырылышманыҡ, эштән китеүем тураһында ғариза яҙып ике аҙна эшләнем дә, ирем ул турала бер нәмә лә белмәне. Ул эштән ҡайтҡансы ике сумаҙан әйберемде ҡулыма тоттом да, өҫтәлгә хат яҙып һалғас, хужаһы артынан эйәргән эт кеүек елғыуарға эйәрҙем дә киттем. Бейемем дә, балаларым да бер нимә лә белмәне. Ирем минән ун йәшкә өлкән, өйләнмәгән ҡарт буйҙаҡ ине. Әсәһенең берҙән-бере. Ике бүлмәле фатирҙары бар. Уға утыҙ йәш ине, миңә егерме. Башымда аҡыл түгел, кәбәк тулған саҡ булғандыр инде ул саҡта. Йәшлек дәртем ташып барған шаталаҡ сағым. Башҡалар кеүек йәшәргә урын эҙләп, заводтан ятаҡ даулап йөрөмәнем. Бейемем хаҡлы ялда ине.
Минең өсөн өҙөлөп торҙо, килен тип түгел, ҡыҙым тип өндәште. Үҙенең балаһы кеүек күрҙе. Ирем эсмәй, тартмай, минең өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер ине. Эштән ҡайтыуыбыҙға ашарға әҙер, балалар бағыулы. Тағы нимә кәрәк булғандыр миңә. Әҙәм балаһы ҡыйынлыҡҡа түҙә, рәхәткә түҙмәй, тигәне шул булалыр инде. – Гөлсәсәк әрнеүенә түҙә алмай тауышһыҙ ғына һулҡылдап ҡуйҙы.
Бер аҙ шулай сит кешеләр кеүек бер-беребеҙгә ҡарашып торғас Хәмит:
– Фатирға индеңме, балаларҙы күрҙеңме? – тип һораны.
– Күрҙем, тик улар мине ишек төбөнән ары үткәрмәнеләр... Хәмит бер миңә, бер коляскала ултырған балаға ҡарап торғас:
– Әйҙә эскәмейәлә ултырып торайыҡ, – тип урын күрһәтте. Бер аҙ, уйланғандай һүҙһеҙ ултырғас:
– Мин һине Гөлсәсәк ғәфү итәм һәм ҡабул итәм. Димләүселәр булһа ла өйләнмәнем, һине көттөм, ҡайтырһың тип өмөтләндем. Балаларымды тәрбиәләнем. Әсәйем бер йыл элек вафат булды. Үлер алдынан:
– Килен ҡайтҡан икән тип гел төшөмә керә, ҡайтһа ҡабул ит, йәшлеге менән хаталанғандыр, бала ғына бит әле, һин унан өлкәнһең, донъя күргәнһең тип, васыят кеүек итеп әйтте. Бер аҙ шулай өндәшмәй ултырғас:
– Әйҙә инәйек, – тине.
Сумаҙанымды ҡулына алды ла, алдан атланы.
Фатирға ингәс, ишек төбөнән ары үтмәнем. Ҡыҙҙарым йүгереп килеп, атаһын ҡосаҡлап алдылар. Минең күңелем тулышып күҙҙәремә йәш эркелде. Беҙҙең икебеҙҙе лә алмаш-тилмәш ҡосаҡлай инеләр бит...
Хәмит менән бер-беребеҙгә ҡарашып торҙоҡ та, Хәмит балаларға ҡарап өндәште.
– Балалар, улай бик ҡаты бәрелергә ярамай, һеҙҙең әсәйегеҙ бит ул. Минән күпкә йәш, йәшлектә кем генә хаталанмай, кем генә уйламайса эш итә, әсәйегеҙ хатаһын таныған, беҙҙең яныбыҙға ҡайтҡан, әйҙәгеҙ ғәфү итәйек. Мин дә ошо йылдар дауамында уны көттөм.
Айгөл ҡыҙым:
– Атай, кәрәкмәй беҙгә ундай “кәкүк” әсәй. Беҙҙе сабый ғына сағыбыҙҙа ҡан илатып, атай, һинең йөрәгеңә уңалмаҫ яра һалып, беҙҙе ташлап китте. Беҙ генә иламаныҡ атай, һин дә иртән йоҡоһоҙлоҡтан күҙҙәрең ҡыҙарып тора инең. Беҙ барыһын да һиҙә инек. Ярар, һин дә, ҡәрсәйебеҙ ҙә түҙемле булдығыҙ, беҙҙә һеҙгә ҡарап түҙемле булдыҡ. Рәхмәт әсәй, беҙҙе яҡты донъяға килтергәнең өсөн. Беҙ ауыр ваҡыттарҙы үткәрҙек. Көн дә һине көтә инек әсәй. Төшөбөҙҙә һине ҡайтҡан икән тип күреп төн уртаһында уянып, Азалия менән бүлмәне ҡарай торғайныҡ. Мәктәптә башҡаларҙың әсәйҙәре килгән саҡта, көнләшеп тә, әрнеп тә ҡарап торҙоҡ, беҙҙең дә әсәйебеҙ булһа, ҡыуанып уға һыйынып иркәләнер инек, һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәҫ ине тип йәнебеҙ әсеп, күҙ йәштәребеҙҙе эсебеҙгә йотоп уйлай торғайныҡ. Юҡ! Уларҙың береһе лә өнөбөҙҙә булманы... Төшөбөҙҙә генә булды.
Минең башҡаса тыңлап торорлоҡ хәлемдән килмәне. Күҙ йәштәремә быуылып:
– Ғәфү итегеҙ балаларым, ғәфү итә алһағыҙ! – тип, коляскамды һөйрәп тышҡа атланым.
Минең артымдан ирем сыҡты.
– Туҡта, Гөлсәсәк, балаларҙы ла аңла. Айгөл дә күңелендә йыйып йөрөгән бар әйтер һүҙҙәрен әйтеп бөттө бит, башҡа ҡабатламаҫ. Ул да бала ғына бит әле. Әйҙә мин һине автовокзалға тиклем оҙатам, һин ауылыңа ҡайт. Мин балалар менән үҙем күҙгә-күҙ ҡарашып тигәндәй һөйләшермен, аңлашырбыҙ тип уйлайым.
Мин бер нимә тип тә яуап ҡайтарманым. Ғәйеп үҙемдә булғас, нимә тип әйтә алам инде. Бәғерем таш булып ҡатты минең. Бына шул ваҡыттан ауылдамын.
Ял көндәре ирем килеп йөрөй, өй эштәренә ярҙам итешә. Бәләкәй ҡыҙым Азалия атаһы менән ара-тирә килә, ҙур ҡыҙым килмәне, уның да бала сағынан, йөрәгендә уңалмаҫ тәрән яра тороп ҡалғандыр инде. Балаларҙы күндерә алмағандыр ахыры. Ул турала мин дә, ул да, һүҙ ҡуҙғатманыҡ. Йомшаҡ күңелле итәғәле ир бит ул. Ундайҙарға «Себенде лә ҡыйырһытмаҫ», – тиҙәр бит. Мин ғәрләндем, иҫке яраларҙы ниңә яңынан ҡуҙғатырға... Хәмит тә, бәлки, шулай уйлағандыр.
Гөлсәсәк һыуынған сәйен йыуынды һыуы күнәгенә түкте лә, яңыртып яһаны. Өй эсендә ауыр тынлыҡ урынлашты.
Ҡатыным:
– Ҡазанда саҡта балаларың иҫеңә төшкәндер бит. Сабый балалар бит әле.
– Иҫемә төшмәгән ҡайҙа иҫемә төштөләр. Ул елғыуарҙы яратыуым шул тиклем булғандыр, мөхәббәт утында иҫереүем көслө булғандыр. Балабыҙ тыуғас һөйгәнемдең холҡо үҙгәрер тип уйланым, әммә яҡшы яҡҡа үҙгәрмәне. Хаталанғанымды аңланым, тик һуң ине. Тәүге ваҡыт мине шашып яратты, иғтибарлы булды, һәр хеҙмәт хаҡына бүләктәр алып ҡайта ине. Алимент түләһә лә хеҙмәт хаҡы ҙур ине...
Мин Гөлсәсәккә күтәрелеп ҡараным. Уның йәшле күҙҙәрендә, күпме ғазап һәм хәсрәт ятҡанын күрҙем. Ул һағыш хәсрәтте, күҙ йәштәре генә йыуып төшөрә алмаҫ ине. Йәшлек хатаһы ғүмерлек билге булып, бар тормошона, булмышына уралып ҡалған кеүек ине.
Кем белә ваҡыт үтер барыһы ла үҙ урынына урынлашыр бәлки, тип уйлап ҡуйҙым.
Авторы Хәмзә Ишдәүләтов.