Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Был йыр ғәжәйеп һәләтле шағир, яҡташыбыҙ һәм ҡәләмдәшебеҙ Эдгар ағай Вилдановтың һүҙҙәренә һалынды, йәне йәннәттә булһын.
"Нигеҙ"
...Йорттан бары нигеҙ ҡалған...
Баҫҡан әрһеҙ кесерткән.
Ундай нигеҙҙәр ауылда
Аһһ! Күп икән, күп икән.
Был йортта һалма киҫкәндәр,
Был йортта бала тыуған.
Был йортта керҙәр йыуғандар,
Был йортта туйҙар уҙған.
Был йортта кемдер кемгәлер
“Яратам” тип әйткәндер.
Юлға сыҡһа: “Көтөгөҙ, – тип, –
Ҡайтырмын”, – тип киткәндер.
Был йорттоң тупһаһы аша
Ауылдаштар уҙғандыр.
“Һаумы, күрше” тиеп ҡулын
Күрешергә һуҙғандыр.
Ҡырҡ ямаулы йорт ултыра...
Нигеҙ буйында – ҡарсыҡ.
Бүрәнә араһын һылай,
Ҡулдары ҡыҙыл балсыҡ.
Ауылда бары ҡарт-ҡоро
Ғүмер итә баш баҫып.
Йәштәр киткән төйәгенән,
Хәйерселектән ҡасып.
Дац-доц итеп көй яңғырай
Ауылда, үрге яҡтан.
Тыуған ауылын һағынып
“Себер байҙары” ҡайтҡан.
Сыр-сыу килешеп, балалар
Бейей сит ил көйөнә.
Сит-ят йәндәр йыйылғандай
Ошо ҡунаҡ өйөнә.