21 март Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында "Урал" милли йəйəнəн уҡ атыу клубы асылыу айҡанлы турнир үтте.
Өфө, Белорет, Учалы, Сибай, Баймаҡ, Күмертау ҡалаларынан, Өфө, Əбйəлил, Бөрйəн, Белорет, Ейəнсура, Учалы, Хəйбулла һəм Баймаҡ райондарынан бөтəһе 62 уҡсы мәргәнлектә ярыша.
18 метрҙан “Фита-40” сəбенə атышалар, ике йəш категорияһы бүленә: 55 йəшкə тиклем һəм 55 йəштəн өлкəндəр. Квалификация этабында 3 уҡ менəн 20 серияла мөмкин тиклем күберəк мəрəйҙəр йыйыу бурысы ҡуйылһа, финалдар этабында дəғүəсеңде 3 тапҡыр еңеү кəрəк ине. Бик тә көсөргәнешле һәм сәмле үтте тиҙәр турнирҙа ҡатнашыусылар.
55 йəштəн өлкəн уҡсылар араһында әле Өфәлә йәшәгән Рәис Низаметдиновҡа тиңдәр табылмай.
55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар араһында (ойоштороусылар “3 тапҡыр 18 йәшлек ҡыҙҙар” тип йәтеш атай) Наурыҙ ауылынан Нилә Исламова 2-се була, ә килене Лилиә Низаметдинова “бронза миҙал” яулай. Шулай уҡ Уральск ҡасабаһынан Гөлниса Мортазина 4-се урынға сыға.
Һыйланып, фекерҙәштәр менән иркен аралашып, күңел асып һәм ярышты ойоштороусы Фəиз һәм Гөлнара Иҙрисовтарға, боронғо хәрби сәнғәтебеҙҙе тергеҙеүгә һәм йәйелдереүгә көстәрен һәм ваҡыттарын йәлләмәгән башҡа ирекмәндәргә рәхмәтле ҡайта Учалы уҡсылары.