Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
25 Март , 03:44

"Кем һин?"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Кем һин?""Кем һин?"
"Кем һин?"

 

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Был йыр ғәжәйеп һәләтле шағир, яҡташыбыҙ һәм ҡәләмдәшебеҙ Эдгар ағай Вилдановтың һүҙҙәренә һалынды, йәне йәннәттә булһын.

"Кем һин?"

Кешеләр сәскә үҫтерә,
Кешеләр бала һөйә.
Ғашиҡтар, һурып, йөрәген
Йондоҙло күккә сөйә.

Кешеләр ғәйбәт йөрөтә
Бысраҡ яға-яға.
Бәхетленең бәхетенән
Көнләшеп ҡара яна.

Кешеләр йырҙар яҙалар
Хыялыйҙар итерлек.
Хистәр ташып күҙҙәреңдән,
Йәштәр ағып китерлек.

Кешеләр бер-береһенә
Ярҙам ҡулдарын һуҙа.
Йәндәр изге, күңелдәр киң –
Шундай саф, шундай таҙа.

Кешеләр кешене талай,
Ҡол итә, аҫа, һуя.
Ерҙәге иң аҡыллы зат
Алйый, зиһенен юя.

Фәрештә лә, иблес тә һин –
Икеһе бер үҙеңдә.
Ни хәтлем һин бөйөк, кешем,
Шулай уҡ түбәнһең дә.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас