Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
26 Март , 06:29

"Ҡалай"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Ҡалай""Ҡалай"
"Ҡалай"

 

. Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙЙыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Был йыр ғәжәйеп һәләтле шағир, яҡташыбыҙ һәм ҡәләмдәшебеҙ Эдгар ағай Вилдановтың һүҙҙәренә һалынды, йәне йәннәттә булһын.

"Ҡалай"
Ялан аяҡ йүгерәбеҙ
Өй артлап тау үренә.
Ҡояш нурҙарын сағылтып,
Унда ниҙер күренә.
Ҡояш нурҙарын сағылтып,
Унда ниҙер күренә

Алтындыр ул, әйҙә инде,
Тиҙерәк йүгер, малай.
Мендек. Ята алдыбыҙҙа
Яртылаш тутыҡ ҡалай.
Мендек. Ята алдыбыҙҙа
Яртылаш тутыҡ ҡалай

Әле һаман, ялтыр күрһәк,
Сабабыҙ аҡыл юйып.
Был ғүмерҙәр уҙа инде
Тутлы ҡалайҙар йыйып.
Был ғүмерҙәр уҙа инде
Тутлы ҡалайҙар йыйып.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас