

22 март көпә-көндөҙ Мәҫкәү ауылында булған фажиғә барыһын да тетрәндерҙе. Мәктәп урамындағы ҙур ағас йортто һүндергәндә өй хужалары – 64 йәшлек ир һәм 57 йәшлек ҡатындың мәйеттәре табыла бит. Тикшереү бара, әлегә ниҙер өҙә әйтеп булмай. Ғаилә ыңғай ҡылыҡһырлана, бер улдары МХО-ла хеҙмәт итә, ти. Версияларҙың береһе – аш-һыу бешерергә ҡуйғандар ҙа, үҙҙәре йоҡоға талған. Ут фәҡәт өй эсендә тарала башлағас, төтөн дә һуң ғына күренә. Тәҙрә быялалары эҫенән ҡырылғас ҡына төтөн тышҡа сығып, күршеләр абайлап ярҙамға ашыға, тик ул мәлгә һуң була инде. Ут артабан таралыуға юл ҡуйылмай. .. Бәлә тураһында тауыш сигналы биргән, шул иҫәптән йоҡоға тарыған кешеләрҙе уята алырлыҡ “извещатель” приборҙары был йортта булыуын булған, хатта, ике дана, әммә эшләп торғандармы, әллә хәйерһеҙ сәғәттә һүндерелгән булғандармы – быныһы әлегә билдәле түгел.
18 март көнө лә Мансур ауылында ғаилә йортһоҙ ҡалды. Өйҙә хужа ғына була был мәлдә, ул да йоҡлап ята, әммә төтөн еҫен һиҙеп, сығып өлгөрә. Тикшереү бара. Төп версия –һыу торбаһы туңмаһын өсөн уратылған “йылытыу кабеле” бәләгә килтерә.
-Ошондай кабель арҡаһында һәммәһе 4 янғын теркәлде, -ти Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығына ҡараған надзор эшмәкәрлеге һәм профилактика эше буйынса Учалы район-ара бүлеге начальнигы Сергей Чекушкин. – Интернетта ниндәйҙәре генә һатылмай бит, осһоҙ хаҡҡа ҡыҙығып сифатһыҙҙы алыу ошолай ҙа тамамлана. Мотлаҡ ГОСТ талаптарына яуап бирергә тейеш!
Быйыл 30 янғын теркәлгән, былтыр ошо осорҙа 31. Кәмегән дә кеүек, әммә былтыр янғындарҙа 1 кеше һәләк булһа, әле – өс яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлдө. Былтыр – ике, быйыл – бер кеше утта зыян күргән. Әммә был ай урталарында утҡа бешеүсе әле лә реанимацияла ята икән. Сағыштырмаса йәш ир эскән була, ҡала фатиры бәҙрәфендә ултырғанда урналағы бысраҡ ҡағыҙҙарға тәмәке төпсөгө ырғыта, ә улары дөрләп яна башлай. Иҫән ҡалыуын ҡалған, әммә ныҡ ҡына бешкән.
Ғөмүмән, РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлыҡтың БР буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан Башҡортостанда 997 янғын теркәлгән, 51 кеше үлә, 41 имгәнә. Һәм үлгәндәрҙең 82 проценты (!) – ололар, физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар һәм социаль йәһәттән именһеҙ, эскеселек менән мауыҡҡан граждандар. Улым, һиңә әйтәм, килен, һин тыңла, тигәндәй, һәр гәзит уҡыусы үҙенә дөрөҫ һығымта яһай алырҙыр. Һәм тәү сиратта был категория граждандарында, унан да яҡшыраҡ – бөтә йорттарҙа “извещатель” приборҙары көнө-төнө йыл әйләнәһенә ҡабыҙылған булырға тейеш.
Сергей Викторович менән әңгәмә ваҡытында ул Учалы районында иң йыш бәләгә килтергән өс сәбәпте аныҡ билдәләне: мейестәр (өйҙә йә мунсала) дөрөҫ һалынмауы, электр системаларының дөрөҫ үткәрелмәүе, иҫкереүе, ике системаны ла ҡағиҙә боҙоп ҡулланыу һәм өсөнсө сәбәп – ут менән һаҡһыҙ тотоноу. Ә бына газ ҡоролмалары арҡаһында янғын сығыу юҡ кимәлендә, аңлашыла, уларҙың төҙөклөгөн даими тикшереп торалар бит. Ә бына мейесселәр хәҙер бик аҙ ҡалды, кемдең башына нисек килә, шулай ҡороу осраҡтары йыш осрай. Шул уҡ мунсаларҙа мөрйә менән ағас конструкциялар араһында янмаған материалдан тейешле ҡалынлыҡта ара ҡалдырылмай. Ҡыҙған ағас иһә, төндә янып китеүе бик тә ихтимал. Хужалары аптыраған була, көндөҙ яҡтыҡ, кис мунса төштөк, барыһы ла әйбәт ине, ниңә, йәнәһе лә, ҡара төндә, мунсаның ҡыҙыуы бөткәс янғын ҡупты? Илай-илай бындай “йомаҡтарға” яуап эҙләгәнсе, бөтә ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәр генә кәрәк!
Сергей Чекушкин йәнә өс мөһим һорауға туҡталды. Ҡайһы бер ауылдарҙа янғын автомобилдәренә һыу алыу өсөн пирстар ҡоролмаған, хатта, һыу ятҡылыҡтарына йүнле юл да юҡ. Ә бит махсус автомобилдең шлангынан секундына 7 литр шыйыҡса урғылдырыла, цистерна һә тигәнсе бушай. Бындай вайымһыҙлыҡ өсөн ҡутарғансы штраф һалырға ла күҙәтеү органдары хеҙмәткәрҙәренә хоҡуҡ бирелгән, шулай ҙа, иң башта барыбыҙға ла төшөнөргә ине: ут - гел генә дөйөм бәлә, янғын сыға икән, һин быны эшләргә тейеш инең, мин – быныһын, тип тартҡылашыуҙың һуҡыр тин дә мәғәнәһе ҡалмаясаҡ.
...Яҙ етте, аңһыҙ бәндәләр йәнә ҡау үләнгә ут төртә башлар, баҡсала сүп-сар яндырырҙар. Сүп-сарҙы ҡағиҙә боҙоп яндырған өсөн граждандарға 5-10 мең һум штраф һалына. Ә бер-ике аҙананан айырым янғынға ҡаршы режим иғлан ителеүе көтөлә, был дәүерҙә инде штрафтар теүәл ике тапҡыр арта – 10-20 мең һумға тиклем.
Һәм өсөнсө мәсьәлә – янғын бәләһенә тарыусылар ҡола яланда тора ла ҡала. Дәүләт тарафынан күрһәтеләсәк ярҙамға иҫәп тотоу урынһыҙ. Исемгә бар, һанға юҡ! Берҙән-бер эффектлы алым – йорт-ҡураны страховкалау. “Бары аҡсаны исем өсөн генә түләйәсәктәр тигән имеш-мимештәргә ышанырға кәрәкмәҫ, йортатарын страховкалаған, янғындан зыян күргәс, ярайһы түләү алған миҫалдарҙы байтаҡ күргән бар”, - тип белдерҙе район-ара надзор бүлеге начальнигы.
Белешмә. Сергей Викторович Чекушкин 1991 йыл Йылайыр районында тыуған. Урал дәүләт янғын хеҙмәте институтын тамамлағандан һуң 16 йыл ошо өлкөлә хеҙмәт итә, шул иҫәптән 10 йыл – Учалыла, 2022 йылдан алып – бүлек начальнигы вазифаһында. Майор дәрәжәһендә.