«Башҡортостан” дәүләт концерт залында бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырылды. Тантананы БР Премьер-министрының 1-се урынбаҫары Урал Килсенбаев алып бара.
Шул иҫәптән яҡташыбыһ Рәүеф Вәли ул Шаһиев БР Башлығы Р.Ф.Хәбировтың указына ярашлы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” дәрәжәһенә лайыҡ булды. Шулай уҡ Рәүеф вәли улы БР Журналистар союзының Ризван Хажеев исемендәге премияһы менән билдәләнде.
Филология фәндәре кандидаты, район башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзаһы, тыуған төйәгебеҙгә, арҙаҡлы шәхестәргә бағышланған өс тиҫтәләп китап, иҫәпһеҙ-һанһыҙ мәҡәләләр авторын ихлас ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек, хәйерле оҙон ғүмер, илһам шишмәләре оҙаҡ йылдар һүрелмәй урғылыуын теләйбеҙ!