Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Мәүлит Ямалетдинов "Ай-һай,тормош, вай, тормош" (робағиҙар циклынан)
Ҡайҙаһың һин, ғүмер таңың туйлаған саҡ,
Дәрт һәм шатлыҡ даръяларын буйлаған саҡ,
Күңелгә аҡ хыялдарҙан ҡанат ҡуйып,
Ғүмерҙәрҙе мәңгелек тип уйлаған саҡ?
Мин йәш инем.
Тормош менән уйын ҡорҙом: “Шах!” – тинем.
Дәрт-дарманға иҫәп тотоп:”Һис бирмәбеҙ мах!”-тинем.
Үтте ваҡыт – дәрт һүрелде, дарман суғы тирелде.
Тормош ҡыҫа:”Мат!”-тип янай.
Башты тотоп:”Ах!”-тинем.
Дәрт бар ине, ул да хәҙер һүнде инде,
Дарман тигән шәйҙең ҡабы шиңде инде.
Ваҡыт ғәли йәнәптәре ҡуйған шартҡа
Дау ҡуптарып туйған йәнем күнде инде.
Ҡабатлайым: ай-һай, тормош, вай, тормош,
Шатлыҡҡа ла, ҡайғыға ла бай тормош.
Ниндәй генә булыуыңа ҡарамай,
Яратам бит, ауыҙыңа май тормош!
Донъя менән беҙҙе нимә бәйләй? Тамаҡ!
Ихтыяждар ҡалаҡ булһа, нәфсе – табаҡ.
Табаҡ тулыр, нәфсе туймаҫ. Бер көн килеп,
Тормош һиңә әйтер:”Талаҡ! Талаҡ! Талаҡ!”
Йәш ваҡытта алдағыны уйлау ҡайҙа,
Ололарҙың өйрәтеүен тыңлау ҡайҙа.
Олоғайғас, балаларҙың үҙ донъяһы,
Үҙ ҡиблаһы икәнлеген аңлау ҡайҙа?