

Учалы филармонияһында X "Яҙ Һулышы-2026" фестивале үткәрелде. Конкурста барлыҡ республиканан һәм Силәбе өлкәһенән иң яҡшы йәш бейеүселәр көс һынаша.
28 коллектив, 610 артист (!) ҡатнаша. Төрлө номинацияларҙа ярышалар: парлы һәм парһыҙ, “өлгөлө” һәм яңы башлаған бейеүселәр.
Уральск ҡасабаһындағы Ижад үҙәгенән өлгөлө “Ирәмәл” халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәкселәре – Фәнис һәм Гөлиә Кәримовтар) Гран-при, йәғни төп приз алып һөйөндөрҙөләр. “Осрашыу” тип аталған матрос бейеүен башҡара улар, дәрт-дарман ташып-сәсрәп барған , акробатик трюктар менән ҡатыш бейеүҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
Үҙ номинацияларында шулай уҡ түбәндәге Учалы бейеүселәре уңышҡа өлгәште:
-1-се дәрәжә лауреаты – “Ынйыҡай” бейеү ансамбле, Ахун балалар сәнғәт мәктәбенең Иманғол ауылы филиалы (етәкселәре – Гөлсәсәк Муллағәләмова);
- 2-се дәрәжә лауреаты - Учалы филармонияһының “Уралтау” балалар хореография студияһы (етәкселәре –Азат Буранбаев, Фәнилә Ҡәбирова);
-2-се дәрәжә дипломанты - өлгөлө “Сулпылар” ансамбле, Ҡунаҡбай ауылының балалар сәнғәт мәктәбе (етәкселәре – Ләйсән Юлдашбаева);
-3-сө дәрәжә дипломанты – өлгөлө “Эдельвейс” хореография ансамбле, Ижад һарайы (етәкселәре – Зөлхизә Ҡолбайытова).
Фестиваль балалар һәм йәштәр араһында халыҡ бейеүҙәрен таратыу һәм пропагандалау, яңы һулыш биреү маҡсатында уҙғарыла. Әлбиттә, тәрбиә тәңгәлендә бындай сараның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Ойоштороусылар – БР Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижадының республика үҙәге, Учалы ҡала ултырағы хакимиәте, Учалы филармонияһы муниципаль учреждениһы.