

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Был йыр ғәжәйеп һәләтле шағир, яҡташыбыҙ һәм ҡәләмдәшебеҙ Эдгар ағай Вилдановтың һүҙҙәренә һалынды, йәне йәннәттә булһын.
"Ҡырҡҡа ярылам инде"
Төн менән көнөм буталды,
Аҡылдан яҙам инде.
Ҡырҡҡа етеп ғашиҡ булдым,
Ҡырҡҡа ярылам инде.
Ҡырҡҡа етеп ғашиҡ булдым,
Ҡырҡҡа ярылам инде.
Йөрәгем – ут, ялҡынынан
Үҙем ҡабынам инде.
Ниҙәр генә эшләйем һуң?
Һүнәлмәм, дөрләп янам.
Күбәләктәй, шул уттарға
Кереп барам бит һаман.
Төн менән көнөм буталды,
Аҡылдан яҙам инде.
Ҡырҡҡа етеп ғашиҡ булдым,
Ҡырҡҡа ярылам инде.