Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Был йыр ғәжәйеп һәләтле шағир, яҡташыбыҙ һәм ҡәләмдәшебеҙ Эдгар ағай Вилдановтың һүҙҙәренә һалынды, йәне йәннәттә булһын.
"Ғүмер китабым"
Ғүмеркәйем – минең үҙем өсөн
Хәтеремә яҙған китабым.
Ярты быуат элек башланым да
Әле яҙам уның дауамын.
Ул китаптың һәр бер хәрефенә,
Һәр һүҙенә ҡулым ҡағылған.
Тик шуныһы ғына үкенесле:
Бик хаталы итеп яҙылған.
Шул биттәре йөрәгемде өтә,
Күңелемдә йөрөй йөҙәтеп.
Тик булмай шул тормош китабының
Хаталарын ғына төҙәтеп.
...Һәр кем уйлай йәшәйем тип,
Был донъяла үҙенсә.
Тик ғүмере үтә уның
Хоҙай ҡушҡан көйөнсә.
Тик ғүмере үтә уның
Хоҙай ҡушҡан көйөнсә.
Тик ғүмере үтә уның
Хоҙай ҡушҡан көйөнсә.